Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь , 10:28

"Тырышып донъя көттөк", --ти Өфө ауылынан Тәлғәт һәм Нәфисә Торсонбаевтар

Балалары – Торсонбаевтарҙың иң ҙур ғорурлыҡтары

"Тырышып донъя көттөк", --ти Өфө ауылынан  Тәлғәт һәм Нәфисә Торсонбаевтар
"Тырышып донъя көттөк", --ти Өфө ауылынан Тәлғәт һәм Нәфисә Торсонбаевтар

Өфө ауылында күркәм ғаиләләр күп, шуларҙың береһе Тәлғәт һәм Нәфисә Торсонбаевтар ғаиләһе. Торсонбаевтар ғаиләһенең башы 1980 йылдың 12 декабрендә юл ала. Ғаилә нигеҙен ҡорғас та, берҙәмлектә, алға ҡарап йәшәргә ҡарар итә улар. Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк, тип уйлайҙар.


Тәлғәт Шәкирйән улы һәм Нәфисә Абдулла ҡыҙы икеһе лә Өфө ауылы мәктәбендә белем алалар. Тәлғәт Шәкирйән улы мәктәптән һуң Юлдыбай ауылында һөнәри училищеһында шоферлыҡҡа уҡый. 1975 йылда армия сафынан һуң, тыуып үҫкән еренә тоғро ҡалып, Матрай совхозында эш юлын башлап ебәрә. Артабан «Матрай» МУАХ-ында тырышып эшләп, оло күрһәткестәргә ҡаҙана, үҙен алдынғы етди ҡарашлы эшсе итеп күрһәтә. Яҡшы хеҙмәте өсөн тиҫтәләрсә совхоздың хакимиәте маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Артабан «Башҡорт баҡыры» ойошмаһында һөнәре буйынса эшен дауам итә. «Камаз» машинаһында алыҫ рейстар яһай.
Тәлғәт Шәкирйән улы ғүмер буйы машина йөрөттө һәм эшен бик яратып башҡарҙы, һәр ваҡыт уны беренсе урынға ҡуйҙы. “Эшем менән ғорурланам”, – ти ул хеҙмәт дәүере хаҡында. Хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда булһа ла, тик ятмай, күрше ауыл фермеры хужалығында иген ташый.
Нәфисә Абдулла ҡыҙы мәктәптә уҡығанда уҡ һатыусы булырға хыяллана. Бөрө профтехучилищеһын тамамлап, һатыусы һөнәренә эйә булып, Матрай ХТО – һында, хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан һөнәре буйынса эшләй. Һатыу эшен һаман да ташламай, өйҙәре эргәһендә төҙөлгән үҙ магазиндарында эшләй.
Балалар – ғаиләнең көҙгөһө, тотош йәшәгән ғүмереңдең сағылышы бит. Тормош һуҡмағы буйлап бергә атлап, тырышып донъя көтөргә тырыштыҡ, тиҙәр Тәлғәт Шәкирйән улы менән Нәфисә Абдулла ҡыҙы. Шулай ҙа, иң төп маҡсатыбыҙға - улдарыбыҙға дөрөҫ тәрбиә, белем биреүҙе өҫтөнлөк ҡуя инек, ти улар.
Балалары – Торсонбаевтарҙың иң ҙур ғорурлыҡтары. Оло балалары Йәүҙәт Әлфиә килендәре менән Аҡъяр ауылында өс ул үҫтерәләр. Улдары Йәүҙәт –подполковник, полиция бүлеге начальник урынбаҫары, килендәре – заправка яһау станцияһында мөдир. Икенсе улдары Йәмил ғаиләһе менән Сибайҙа йәшәй, Ростехнадзорҙың тау- рудаһы металы һәм нефть- газ табыу сәнәғәте надзоры бүлегендә дәүләт инспекторы, килендәре Филүзә – дауаханала эшләй.


Торсонбаевтарҙың иң оло шатлыҡтары - ейәндәре Данил, Наил, Айназ, Эмиля. Данил, Айназ- уҡыусылар, Айназ менән Эмиля балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Ял көндәрен, каникулдарын ҡартәсәй менән ҡартататайҙа ҡунаҡта улар. Тәлғәт Шәкирйән улы һәм Нәфисә Абдулла ҡыҙы балалары, дүрт ейән-ейәнсәр шатлығын кисереп, бәхетле ҡартлыҡта ғүмер итә. Беҙ уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балаларының изгелеген күреп, бәхетле һәм имен тормошта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.


Мәҙинә Ғөмәрова, музей хеҙмәткәре

Музей имени Юмабая Исянбаева села Уфимский

 

Автор:
Читайте нас: