Ҡасандыр матбуғат өлкәһендә бөтә күңелдәрен һалып эшләгән ветерандар бөгөн эшләгән коллегаларын ҡыуанып алды. Ҡасандыр “районка”лар тарихын яҙған ветерандарҙың хеҙмәт биографияһы төрлө йылдарҙа гәзит сығарыуға бәйләнгән. Улар араһында типография хеҙмәткәрҙәре лә, редакцияла эшләүселәр ҙә бар.
“Һәр ветеранды хөрмәт итәбеҙ һәм уларға рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең тәжрибә, остазлыҡ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, балалар ҡыуанысы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ”,--тине ветерандарға “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең баш мөхәррире Мәрйәм Иманғолова.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбулинский вестник” район гәзиттәрен бөгөнгө быуын хеҙмәткәрҙәр нәшер итә, “районка”лар үҫеш ала. Бында матбуғат ветерандарының да өлөшө ҙур. Сөнки улар – гәзит йылъяҙмаһын булдырыусылар.