Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь , 14:32

Уңған ҡулда - бәрәкәт

Рафиҡ  ауылынан Сания Манишева  эшһөйәрлеге, тырышлығы һәм әүҙемлеге менән һәр кемгә өлгө.  

Уңған ҡулда - бәрәкәт
Уңған ҡулда - бәрәкәт

Рафиҡ  ауылынан Сания Манишева Герой-әсә. Тормош иптәше Ишкилде ағай менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаилә башлығы “Матрай” совхозында 40 йыл тракторсы, Сания апай быҙау ҡараусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Мал-тыуар аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт тоталар. Баҡсаларында емеш-еләк, йәшелсә гөрләп үҫә. Манишевтар таң һарыһы менән тороп, һә тигәнсе эштәрен тамамлап та ҡуя.

- Йылайыр районы Һултантимер ауылы ҡыҙымын. Рафиҡҡа килен булып төшөүемә 40 йыл. Тормош иптәшем менән 4 ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Заманында  Президент Мортаза Рәхимовтың ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алырға насип булды. Баҡса эше менән шөғөлләнеү дәрт-көс бирә. Үҙебеҙҙән артҡанын, һөттән әҙерләгән ризыҡтарҙы баҙарға алып барып һатам. Әҙ генә буш ваҡытым булһа, бәйләйем. Ауылда үткән сараларҙа ла ҡатнашам. Балаларым да уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора. Йырсы Иҙел улымды районда күптәр белә. Ул ярҙамсыбыҙ, уң ҡулыбыҙ. Быйыл ҡыҙым Сочиға 10 көнлөк ял бүләк итте. Донъя күреп, ял итеп ҡайттым. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, дәртләнеп йәшәйем. Иң мөһиме, донъялар тыныс торһон һәм һаулыҡ булһын, - ти Сания Әхмәҙулла ҡыҙы.

Әйткәндәй, әүҙем Сания апай быйыл "Ветеран ихатаһы" район конкурсында ла ҡатнашып, Рәхмәт хатына һәм бүләккә лайыҡ булды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: