Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам изге йолаға әүерелде.
“Бәпембә” балалар баҡсаһы коллективы донъя тотҡаһы, йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге булған ололарҙы – баҡсаның өлкән быуын хеҙмәткәрҙәрен байрам уңайынан ҡотланы. Ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп, байрам йәмен биҙәп, тәрбиәләнеүселәр йырҙар йырланылар, бейеү башҡарҙылар, шиғырҙар һөйләнеләр.
Хөрмәтле педагогия хеҙмәте ветерандары! Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!
Әнисә Рахманғолова,
“Бәпембә” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.