Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь , 12:19

Ветеран ҡыуанысы

Аҡъяр ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Айҙар Ҡоҙабаев һәүәтемсә көҙгө иртәлә  бер кемде лә көтмәй ине. Ҡулдарына  тырма, һәнәк, көрәк тотҡан бер төркөм үҫмерҙәрҙең ихатаһына килеп инеүенә  бер аҙ ғәжәпләнеп, ҡаршы сыҡты. 

Ветеран ҡыуанысы
Ветеран ҡыуанысы

Аҡъяр ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Айҙар Ҡоҙабаев һәүәтемсә көҙгө иртәлә  бер кемде лә көтмәй ине. Ҡулдарына  тырма, һәнәк, көрәк тотҡан бер төркөм үҫмерҙәрҙең ихатаһына килеп инеүенә  бер аҙ ғәжәпләнеп, ҡаршы сыҡты. Ә инде 1-се Аҡъяр мәктәбенең Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм  Ватанды һаҡлау предметы уҡытыусыһы Фәтих Нураевтың 7-се “а” класы егеттәре  менән берлектә   ярҙамға килеүен белгәс, ҡыуанысы сикһеҙ ине.

Районда иғлан ителгән  Мәрхәмәтлек айы сиктәрендә, оло быуынға  ҙур ярҙам күрһәтелә.Кемгәлер утын яралар, икенселәргә өй тирәһен йыйыштыралар, картуф ҡаҙышалар һәм башҡалар.  1-се Аҡъяр мәктәбенең 7-се класс  егеттәре лә  дәррәү генә ихатаны тәртипкә килтерҙе. Ҡороған ағас ботаҡтарын йыйҙылар,  ихатаны тырматып, ҡый үләндәрен  йолҡоп, сүп-сар сығарҙылар. “91 йәшлек Айҙар олатай беҙҙе көтмәй ҙә ине. Шефлыҡ ярҙамы менән килеүебеҙҙе белгәс, ихлас ҡыуанды. Уҡыусылар менән аралашып,  һөйләшеп бик ихлас ҡаршы алды”,--тине 7-селәрҙең класс етксеһе Фәтих Искәндәр улы.

 Әйткәндәй,  абруйлы педагогия хеҙмәте ветераны Айҙар Сәйфулла улы ҡасандыр 1-се Аҡъяр мәктәбендә белем биргән.

-- Заманында 1-се Аҡъяр мәктәбендә  технология дәресенән уҡыттым,  директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарҙым, военрук та булдым.  Ул ваҡытта ла мәктәп уҡыусылары  “Тимурсылар командаһы” составында ололарға ярҙамға килә торғайны.  Быуындар алмашынһа ла, был изгелек  акцияһы өҙөлмәй, шуныһы ҡыуаныслы. Уҡыусылар бик тырышып эшләнеләр, ихатам күҙгә күренеп тәртипкә килтерелде.  “Мәрхәмәтлек” акцияһын ойоштороусыларға, оло быуынды ҡыуандырған мәктәп уҡыусыларына ҙур рәхмәт,--тине  аҡһаҡал.

Балаларҙың, йәштәрҙең оло йәштәгеләрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауы бик ҡыуаныслы. Сөнки ололарын ололаған илдең киләсәге өмөтлө тиҙәр.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: