Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь , 09:53

Республикала йәшәүселәр бер тәүлектә аферистарға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге 26 мутлашыу осрағы тураһында мәғлүмәт алған.    

Республикала йәшәүселәр бер тәүлектә аферистарға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Республикала йәшәүселәр бер тәүлектә аферистарға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Яңауыл районында 49 йәшлек ир полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул мутлашыусыны эҙләүҙе һораған. Яҡташыбыҙ интернетта тиҙ генә аҡса эшләү тураһында иғлан тапҡан. Бер аҙҙан уға үҙен хеҙмәткәрҙәр йыйыу буйынса менеджер тип таныштырған кеше шылтыратҡан.

Аферист кафеға йәлеп иткән өсөн аҡса түләргә вәғәҙәләгән. Бының өсөн билдәле мессенджерҙа һылтанмалар буйынса күсеп, «лайк» ҡына ҡуйырға кәрәк булған. Һуңынан асыҡланыуынса, мутлашыусылар шул рәүешле үҙҙәре аҡса эшләгән, улар аҡса күсереү юлы менән 925 мең һум урлаған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда пенсионерҙарҙы финанс белеменә өйрәтәләр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-09-25/zhiteli-bashkirii-za-sutki-pereveli-aferistam-bolee-13-mln-rubley-3944694

Автор:Дарья Субботина
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас: