Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь , 14:04

Мәмбәттә яугир менән осрашыу үтте

Унда   әрме хеҙмәте,  Ватанға һөйөү, илебеҙ именлеге,  хәрби бурысты үтәү тураһында мөһим һөйләшеү булды.

Мәмбәттә яугир  менән осрашыу үтте
Мәмбәттә яугир менән осрашыу үтте

Мәмбәт ауылында СВО-ла ҡатнашҡан яугир менән “түңәрәк өҫтәл” артында осрашыу үтте. Хәрби кеше  махсус хәрби операция,  Рәсәй һалдаттарының батырлығы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, ул үҙе лә  доброволец. Шулай уҡ   әрме хеҙмәте,  Ватанға һөйөү, илебеҙ именлеге,  хәрби бурысты үтәү тураһында мөһим һөйләшеү булды.

Балалар яугирҙы ҡыҙыҡһынып тыңлап, етди һорауҙар ҙа бирҙеләр. Осрашыуҙа  тылдан һалдаттарға килгән ярҙам тураһында ла  әңгәмә булды. Тыуған яҡтан уҡыусыларҙан, яҡташтарҙан килгән хаттар һәм посылкалар һәр ил һаҡсыһына күңел йылыһы бирә. Был бик кәрәкле һәм әһәмиәтле эш.

Осрашыу тулҡынландырғыс булды. Нәҡ ошондай осрашыуҙар  тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй.  Уҡыусылар  ауылдаштары  өлгөһөндә ысын геройҙарҙың эргәлә булыуы белә, илһөйәрлектең ниндәй юғары әһәмиәткә эйә булыуын аңлай.

Мамбетовский СМФК

 

Автор:
Читайте нас: