Абруйлы ауылдашыбыҙ!
Һаҡмар-Наҙарғол ауылынан Дауыт Юнысов умартасылыҡ менән шөғөлләнә, мул итеп картуф үҫтерә, ағас эшенә маһир
Дауыт Әхмәт улы уңған, тырыш ғаиләлә бала саҡтан эш һөйөп үҫә. Урта мәктәпте тамамлап, әрме сафына барып ҡайтҡас, колхозда шофёр, бригадир булып эшләй. Ошо ауылда төпләнеп, күркәм йорт төҙөп, Әминә Фәрит ҡыҙы менән гөрләтеп донъя көтәләр. Уңған хужа ағас эшенә маһир булғас, донъялары ла йәмле, әкиәт илен хәтерләтә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеп, картуф үҫтереп, уларҙан мул табыш алып, етеш тормошта йәшәйҙәр.Даут Әхмәт улы һәр эште еренә еткереп, намыҫ менән эшләргә ярата. 25 йылдан ашыу һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын атҡара. Тырыш хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Дауыт Юнысов ауылдаштары, туғандары араһында оло хөрмәткә лайыҡ.
Ғаиләһендә ҡәҙерле тормош иптәше, атай, ҡайны ул.
Улдары Усманға һәм килендәре Айһылыуға ҙур терәк һәм таяныс. Бик алыҫ яҡтарҙан атай йортона һағынып ҡайтып, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итеп, әсәйҙәре әҙерләгән ризыҡтар менән һыйланып, йәшәүгә көс- дәрт алып китә улар. Артабан да ошо йәшәйештән, бәхеттән айырмаһын һеҙҙе.