Тимур Купцов телевизор отто!
Хәйбулла районынан республика Башлығын һайлауҙар барышында “Рәхмәт” акцияһы буйынса өс кеше ҙур телевизорлы булды. Шундай бәхетле кешеләрҙең береһе—Өфө ауылынан Тимур Купцов.
Тимур Юрьевич “Башҡорт баҡыры” предприятиеһында ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса слесарь булып эшләй.
--Һайлауҙар көнөндә иртәнсәк эшкә барыр алдынан үҙем теркәлгән һайлау участкаһында тауыш бирҙем. Гражданлыҡ бурысымды үтәп, сығыуға йүнәлгәндә миңә “Рәхмәт” акцияһы билеттарын бирҙеләр. Һис бер нимә уйламай һәм бер нимәгә лә өмөт итмәй уларҙы теркәнем. Ә инде шылтыратып, телевизор оттоң тигәс, хатта ышанманым да. Быға тиклем бындай уңыш йылмайғаны булманы. Әле мин вахтала, ә телевизорҙы туғаным барып аласаҡ,--тине беҙгә телефон аша Тимур Купцов.