Борон заманда, әле кешеләрҙә шырпы булмаған ваҡытта, кешеләр бер тоҡандырған утты оҙаҡ һүндермәй һаҡлағандар. Ниндәйҙер сәбәп менән усаҡ һүрелеп, ут һүнә ҡалһа, иң яҡын кешеләр – күршеләренә йүгергәндәр. Бына шунан килеп сыҡҡан да инде ут күрше тигән төшөнсә.
Күрше инәйебеҙгә сәйенә һөт индереп бирәйем әле тип кенә инһәм, ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Ҡыуатова Маһиәсиә һәм Үтәмишева Зилә инәйҙәребеҙ сәй эсеп ултыра. Оло йәштәге 84 йәшен уҙғарған Зилә инәйебеҙ доғалар уҡып алып барған һөттө хәйер була тине. Шаршамбы көн - үҙең, малың, балаларың, һаулыҡ өсөн хәйер саҙаҡаһы бирә торған көн - тип доғалар уҡыуын артабан дауам итте, ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре .