Үрнәк ауылынан Зифа Мәхмүт ҡыҙы ла “Ветеран ихатаһы “ район бәйгеһенә ҡушылды. Ул яңғыҙ булһа ла, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй. Өс баш һыйыр малдары тота, ихата тулы ҡош-ҡорт үҫтерә. Баҡсаһында картуф мул уңыш биргән, матур сәскәләр күҙҙең яуын ала. Кешегә ярҙамсыл инәй ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зифа Мәхмүт ҡыҙының улы МХО-ла батырҙарса һәләк булды. Ауылдаштары уны ярҙамынан ташламай. Әле лә 15 баш өйрәген өмәләп, һә тигәнсе таҙалап та биргәндәр. Балалары ла ситтә ҡалмай. Район үҙәгендә йәшәгән улы менән килене ярҙам итеп, өмәселәрҙе тәмле аш-һыуҙары менән һыйланы.
Оҙон ғүмер һиңә, батыр яугир әсәһе!
#ВетеранскоеПодворье#Конкурс#Культуры Хайбуллы#Урнякский СК#202