Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2024, 16:21

Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерер

Районда  йәштәр ойошмаларын бер ҡыйыҡ аҫтына туплап, егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ижади һәм һөнәри маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға, уртаҡ фекер алышыуға,  пландарын берлектә барлауға шарттар булдырылған объект асыласаҡ.

Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерер
Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерер

Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерер

Районда  йәштәр ойошмаларын бер ҡыйыҡ аҫтына туплап, егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ижади һәм һөнәри маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға, уртаҡ фекер алышыуға,  пландарын берлектә барлауға шарттар булдырылған объект асыласаҡ. Аҡъяр ауылының аҫҡы урамында урынлашҡан элекке “Социнвестбанк” бинаһын һәр кем беләлер. Әле унда ремонт эштәре бара һәм  тиҙҙән Йәштәр йортоноң  ишектәре һәр йәш кешегә асыҡ буласаҡ.

Быйыл май айында  муниципаль район хакимиәте Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса  Дәүләт комитетына  биналарҙы капиталь ремонтлауға, шул иҫәптән матди-техник базаны нығытыуға, йәштәр учреждениеларын яңыртыуға Башҡортостан Республикаһы  муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарына башҡа бюджет-ара трансферт биреүгә конкурста ҡатнашыуға заявка биргәйне. Һөҙөмтәлә  “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы грант заявкаһы бирҙе.

--Был конкурста ҡатнашыуҙың төп маҡсаты – район үҙәгендә Йәштәр йортон булдырыу.  Был ни өсөн кәрәк? Йәштәр йорто—йәштәрҙең  төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә ижади һәм һөнәри мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡ тип әйтер инем. Бында  дуҫлыҡ  һәм ижад, интеллектуаль хеҙмәт  мөхите булдырыласаҡ. Хәйбулла егеттәре һәм ҡыҙҙары йәмәғәт проекттары өҫтөндә эшләйәсәк,   файҙалы идеяларын тәҡдим итеп, тәжрибә уртаҡлашасаҡтар. Йәштәр йортоноң төп бурысы—йәштәр активистарын, бизнес, дәүләт секторы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен бер-береһе менән таныштырыу, берлектә хеҙмәттәшлек итеүгә этәреү, йәғни теләгән бер йәш кеше бында үҙен таба аласаҡ.  Әлбиттә,  йәштәр инициативалары һәм проекттарына ярҙам,  йәштәр сәйәсәте өлкәһендә саралар ойоштороу хуплана,--тине “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы директоры Рөстәм Аҡбалин.

Ниндәйҙер  өлкәлә эш башлау өсөн ҙур әҙерлек талап ителә.  Йәштәр сәйәсәте йүнәлешендә конкурста ҡатнашыу өсөн районда бихисап эш алып барыла:  Аҡъярҙа “Йәштәр йорто” булдырыу кәрәклеген асыҡлау маҡсатында муниципаль кимәлдә  һорау-яуап алына, “Социнвестбанк” йәмғиәтенең  буш торған элекке  бинаһы муниципаль район милкенә һатып алына,   бинаны капиталь ремонтлу һәм территорияһын төҙөкләндереүгә  проект-смета документтары әҙерләнә һәм башҡалар.  Бөгөнгө көндә  буласаҡ Йәштәр йорто бинаһында планға ярашлы ремонт эштәре бара. Музыка ҡорамалдары, компьютер һәм оргтехника, уйын ҡорамалдары, интерьер һәм мебель,  йәштәр ялын ойоштороуға ҡорамалдар һатып алына.

Ә Йәштәр йортоноң эсендә нимәләр буласаҡ? Был һорау ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр.   Рөстәм Салауат улы ошо йәһәттән дә  мәғлүмәт бирҙе.

--Бында  видеоконференциялар уҙғарыу өсөн махсус әҙерләнгән 20 урынлыҡ коворкинг-үҙәк буласаҡ. Инвалид балалар менән занятиелар өсөн уйын бүлмәһе, белгестәр өсөн кабинет (педагог-псхолог,  өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-ойоштороусы, музыка етәксеһе) һәм башҡалар. Йәштәр йорто биләмәһендә саралар үткәреү өсөн  сәхнә һәм эскәмйәләр ҡуйылған майҙансыҡ, автомобилдәр өсөн туҡталҡа эшләү планлаштырыла. Тағы ла  бәләкәй архитектура формалары ла бында урынлы буласаҡ. Ремонт эштәрен йыл аҙағына тамамлау күҙаллана,--тине Рөстәм Аҡбалин.

Төҙөлөш подрядчигы Әмир Усманов белдереүенсә,   ремонт эштәре яҡшы темпта бара. “Әлеге ваҡытта тыштан нигеҙҙе нығытабыҙ,  стеналар сайдинг менән көпләнә.  Төҙөлөш материалдары менән өҙөклөк юҡ. Эште ваҡытында тамамларбыҙ тип ышанам. Иң мөһиме, Аҡъярҙа йәштәр һәм үҫеп килеүсе быуын өсөн  төрлө яҡлы йүнәлештә эшләгән бына тигән заманса  йорт буласаҡ”,--тине ул.

--Ижади ҡарашлы һәм әүҙем йәштәр һәр районда бар һәм улар өсөн  проекттарын тормошҡа ашырырлыҡ, идеялары менән уртаҡлашырлыҡ заманса  уңайлы киңлек булырға тейеш,--тигәйне республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ысынлап та, Хәйбулла йәштәре  сәмле, ижади һәм көслө. Уларҙың бер ҡыйыҡ аҫтына тупланып, үҙҙәренең  эшмәкәрлеге менән  район данын таратасағына иманыбыҙ камил.

Мәрйәм Иманғолова.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: