Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2024, 15:17

«Алтын туйыбыҙға ҙур бүләк булды», – ти Степной ауылынан Рауил һәм Фәнүзә Толобаевтар

Быйыл бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән Рауил һәм Фәнүзә Толобаевтар һайлауҙар барышында уҙғарылған «Рәхмәт» республика акцияһының алтынсы этабы һөҙөмтәләре буйынса ҙур телевизорға эйә булды. Приз ғаилә өсөн көтөлмәгән бүләк булған. Акцияны ойоштороусылар билдәләүенсә, телевизорҙың диагонале 65 дюйм, ә хаҡы – 68 мең һум.

«Һайлауҙарҙы бер ҙә ҡалдырғаныбыҙ юҡ, даими ҡатнашабыҙ. Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш бирергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Һайлау участкаһынан сыҡҡанда «Рәхмәт» акцияһының билеттарын биргәйнеләр. Теркәгәндә өлөшөбөҙгә бүләк сығыр тип уйламаныҡ та. Ҡыуанысҡа күрә, билеттарҙың береһе бәхетле булып сыҡты. Алтын туйыбыҙға ҙур бүләк булды», – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты приз отоусылар. Еңеүселәрҙең әйтеүенсә, улар өсөн был тәүге отош.

Толобаевтарҙың татыу ғаиләһе 1974 йылдың апрелендә ҡорола. «Эшләргә лә, донъя көтөргә лә, балалар үҫтерергә лә өлгөрҙөк», – ти улар. Рауил Йомағужа улы «Степной» совхозында фермала бригадир, һуңынан РАЙПО-ла эшләй, ә Фәнүзә Абдулхаҡ ҡыҙы совхоз ашханаһында ашнаҡсы була. Ике бала – Гөлнара һәм Илдар матур тәрбиә алып үҫә. Уларҙың һәр береһенә тормошта үҙ урынын табырға булышҡан Толобаевтар. Бөгөн балалары ғаиләле булып үҙ ояларын ҡорған, һайлаған һөнәрҙәре буйынса тырышып эшләй.

Күптән инде хаҡлы ялда булһалар ҙа Степной ауылы уңғандары Рауил һәм Фәнүзә Толобаевтар ҡул ҡаушырып ултырырға яратмайҙар. Быға тиклем һыйыр, кәзә малдарын тотҡандар, ә хәҙер ҡуян, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ үрсетәләр. Ҡарап тороуға ғына шешҡолаҡты үрсетеүе еңел күренә, әммә уны дөрөҫ тәрбиәләү — үҙе бер фән. Үҙенә генә хас нескәлектәре етерлек. Бәләкәс, йомшаҡайҙар өсөн йылы ҡураны ла Рауил Йомағужа улы үҙе төҙөгән.

Толобаевтарҙы «Рәхмәт» республика акцияһында ҡатнашып, бүләкле булыуҙары менән ҡотлайбыҙ. Заманса техника оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Ярты быуат дауамында йәшлек мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлап, иң мөһиме – шул хистәрҙе һүрелтмәй, әле булһа бер-береһен ҡәҙерләп йәшәгән матур ғаилә парына һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

фото:Арсентий Юрьев.

«Алтын туйыбыҙға ҙур бүләк булды», – ти Степной ауылынан Рауил һәм Фәнүзә Толобаевтар
«Алтын туйыбыҙға ҙур бүләк булды», – ти Степной ауылынан Рауил һәм Фәнүзә Толобаевтар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: