Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2024, 16:06

Әбеш ауылының “доктор Айболиты”

  

Әбеш ауылының “доктор Айболиты”
Әбеш ауылының “доктор Айболиты”

Районда ғына түгел, хатта республикала ауыл ерендә йәшәп һәм сирлеләрҙе ҡабул иткән табип-стоматолог  Оло Әбеш ауылында йәшәй. Үҙ ауылының ысын патриоты ул.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Айбулат Ҡырғыҙбаевты әллә күпме ҙур ҡалаларға, шәхси клиникаларға саҡырһалар ҙа, ауылдаштарына, тыуған еренә хыянат итмәй, ошонда ҡала. Райондың тотош урман зонаһына ҡараған ауыл халҡын хеҙмәтләндерә ул. Ә был бер -ике генә ауыл түгел, 10-дан күберәк. Тап уға күренергә, тештәрен дауалатырға хатта район үҙәгенән дә килеүселәр бар. Ипле, яғымлы, үҙ эшенең оҫтаһы Айбулат Фәтих улының даны йыраҡтарға таралған.

Бәләкәй Арыҫланғолда тыуып үҫкән егет бала саҡтан табип һөнәрен һайларға ҡарар итә. Мәктәпте тамамлағас та документтарын Өфө дәүләт медицина институтына тапшыра. Туғандарының, дуҫтарының теше һыҙлап, ауылдан йыраҡта урынлашҡан район үҙәгенә теш табибына барып та, күпселек ваҡытта эләгә алмай, ауыртыуына түҙә алмай яфаланып йөрөгәндәрен йыш күргәнгәме, башта уҡ стоматология факультетын һайлай, һәм үкенмәй. Бына инде сирек йылдан ашыу Оло Әбеш ауылында теш табибы булып эшләй.

—Күптәр теше һыҙлаһа ла стоматология кабинетына яҡын барырға ҡурҡа. Ул шул ауыртҡан теше менән йөрөй, аҙаҡ һыҙланып үҙәгенә үткәс кенә табиптарға мөрәжәғәт итә. Был-пациенттарҙың төп хатаһы. Теш табибына ни тиклем тиҙерәк һәм йышыраҡ мөрәжәғәт итә икәнһегеҙ, һеҙҙең тештәрегеҙ ҙә һау-сәләмәт, йылмайыуығыҙ ҙа матур буласаҡ,—тип һүҙ башланы Айбулат Фәтих улы.—Стоматолог – үҙенсәлекле табип, уға бер үк ваҡытта психолог та, хирург та булырға тура килә. Пациенттарға ышаныс уятыррға , уларҙың ҡурҡыуынан арындырырға, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, күңелдәрен күтәреп алырға ла тура килә. Ә инде балалар өсөн “доктор Айболит” булып китәһең, шунһыҙ булмай. (йылмая) Минең кабинетыма ҡурҡып килеп ингән сирлеләр ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайып сыға икән, ошонан да бәхетлерәк мәл юҡ.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 12-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Мәрйәм Иманғолова
Читайте нас: