Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2024, 14:40

Атингән ауылының күркәм ғаиләһе

Бер береһенең күҙ ҡарашынан аңлап торған Хәмит һәм Рима Аҙнабаевтарҙың улар

Атингән ауылының  күркәм ғаиләһе
Атингән ауылының күркәм ғаиләһе

Атингән ауылында шундай  күркәм ғаилә бар. Бер береһенең күҙ ҡарашынан аңлап торған Хәмит һәм Рима Аҙнабаевтарҙың улар. Аҙнабаевтар 1980 йылда ғаилә ҡора.

Хәмит ағай Ейәнсура районында тыуып үҫеп, хеҙмәт юлын Атингән ауылында слесарь булып башлай. Ҡаҙырша ауылында тыуып үҫкән  Рима апай бухгалтер һөнәренә уҡып сыға һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы Атингән ауылының “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозында бухгалтер булып эшләй.Йәш ғаиләгә колхоз йорт бүлеп бирә, рәхмәтлебеҙ ти улар етәкселәргә, һаман да ошо өйҙә ҡыуанып йәшәйбеҙ тиҙәр. Аҙнабаевтар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Улар икеһе лә юғары белемле. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнара Новотроицк ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Бөрө педагогия институтын тамамлаған, ул да тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. Кесе ҡыҙҙары Эльвира Бүребай ауылында үҙ ғаиләһе менән иркен, матур, бөтә уңайлыҡтары булған өй төҙөп,  тормош иптәше менән ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр.Эльвира ҡыҙҙары Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлап, Бүребай ауыл хакимиәтендә эшләй.

Рима апай һәр ваҡыт ихлас, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, йор һүҙле. Кеше өҙөлмәй уларҙан, туғандары, күршеләре хәл белешеп торалар.
Хәҙер  Аҙнабаевтар хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда.Ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, ауылыбыҙҙа өлгөлө ғаилә булып донья көтә.
Хәмит ағай иртә яҙҙан баҡса эштәре менән булыша. Ә хужабикә матурлыҡ ярата, ихаталарына ингәндән аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып тора. Рима апай һәр бер өлгөргән емеште, әрәм итмәй йыйып, ҡайнатмалар, һуттар ябып, балаларын ҡыуандыра. Көҙгө байлыҡ, йәшелсәләрен ҡышҡылыҡҡа тоҙлап, салаттар ябып, ейәнсәрҙәрен ҡунаҡҡа көтәләр.
Аҙнабаевтар ғаиләһенең 43 йыл бергә татыу, матур йәшәүҙәренең сере, бер-береһен яҡлап, ҡурсалап тороуҙалыр тип, уларға бәрәкәтле, оҙон ғүмер теләйһе генә ҡала.

Банат Әхмәҙиева.

Атингән ауылы.

Автор:
Читайте нас: