Хөрмәтулла Ғаззали улы менән бәйләнешкә сығып, һайлауҙың беренсе көнө ниндәй тәьҫораттар ҡалдырыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Һайлау һәүетемсә генә бара, ниндәйҙер ығы-зығы, шау-шыу юҡ, барыһы ла тыныс ҡына үҙ бурысын үтәй. Элегерәк һайлау ваҡытында ҡаршы яҡтар шау-шыу тыуҙырырға, бер-береһенә ғәйеп тағырға тырыша торғайны, хәҙер был мөһим сәйәси ваҡиға бик мәҙәниле күренешкә әйләнде, был ҡыуаныслы. Һайлауға барғанда минең менән бер ваҡыттараҡ арыу ғына халыҡ килгәйне, шунда сират көткән арала һайлау участкаһы вәкилдәре менән бер аҙ һүҙ алмашып өлгөрҙөм. Һайлау ваҡытында гел бер ук урынға йөрөгәс, бер-беребеҙҙе танып та бөткәнбеҙ. Улар әйтеүенсә, хәҙер һайлауға ғаилә менән килеүселәр күп икән. Элек улай уҡ күҙгә ташланмай торғайны, тиҙәр. Быйыл Ғаилә йылы булғанға ла, бәлки, шулайҙыр. Балаларҙы бәләкәйҙән ошондай мөһим ваҡиға менән таныштырыу бик яҡшы күренеш, миңә ҡалһа, ата-әсә уларҙы үҙ өлгөһө менән тәрбиәләй. Йәш быуын республика, ил күләмендәге ваҡиғаларға үҙе лә өлөш индерә алғанын белеп үҫә, илһөйәрлек тойғоһо ла көсәйә, тип уйлайым. Минең алда ла ғаилә менән килеүселәр булды, бик матур күренеш.
Һайлау участкаһында Нурия апай Ирсаеваны күреп ҡыуандым, ул ейәнсәре менән килгәйне. Уның менән арыу ғына ваҡыт тормош, театр хәлдәрен һөйләшеп алдыҡ. Өлкән быуын вәкилдәре лә шулай, тыуған ер яҙмышы өсөн элеккесә яуаплылыҡ тойоп, Конституция биргән хоҡуғын файҙаланып, граждан булараҡ үҙ бурысын үтәй, уларҙан өлгө алырлыҡ. Ғөмүмән, бындай мөһим ваҡиғаға битараф булыу килешмәйҙер. Игенсе лә бит, әйтәйек, ямғыр яуамы-яумаймы, тәбиғәт шарттары ниндәй – бер нәмәгә ҡарамаҫтан, баҫыуын эшкәртә, игенен сәсә, тәрбиәләй, сөнки шул саҡта ғына уңыш үҫтереп алырға мөмкин. Беҙ ҙә йәмәғәт тормошона битараф булмаҫҡа, гражданлыҡ бурысын атҡарырға тейеш, тип иҫәпләйем, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты хөрмәтле уҙаман.
фотолар - Х. Үтәшевтең шәхси сәхифәһенән.
Автор:Равиля Гатауллина