Рәсәйҙә Ғаилә йылында ғаилә менән һайлауға килеүселәр иғтибар үҙәгендә. Аҡъяр ауылының район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһында тәүгеләр булып һайлаусылар араһында Сәлимовтар ғаиләһе лә булды.
“Бөгөн үҙебеҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәп, бөтә ғаиләбеҙ менән һайлауға килдек һәм илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн тауыш бирҙек. Һайланасаҡ республика Башлығы һәм район Советы депутаттарына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Иң мөһиме, донъяла тыныслыҡ булһын, барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ”, - тине Сәлимовтар.