Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2024, 10:32

"Районыбыҙ һәм республикабыҙ артабан да үҫешһен"

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ғаиләһе менән тауыш бирҙе

"Районыбыҙ һәм республикабыҙ артабан да үҫешһен"
"Районыбыҙ һәм республикабыҙ артабан да үҫешһен"

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тормош иптәше һәм балалары менән Аҡъяр ауылында район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

"Бөгөн 6 сентябрҙә һайлауҙар башланды. Хәйбуллалар өс  көн дауамында Башҡортостан Башлығын һәм район Советы депутаттарын һайлай. Районыбыҙ һәм республикабыҙ артабан да үҫешһен, алға барһын, яңынан-яңы объекттар төҙөлһөн тигән уй-теләктәр менән бөтә ғаиләбеҙ менән тауыш биреүҙә ҡатнаштыҡ. Район һәм республика халҡына тик уңыштар ғына теләйбеҙ", - тине Рөстәм Динислам улы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын һәм Хәйбулла районы Советы депутаттарын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 6, 7 һәм 8 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: