Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2024, 11:18

Хәйбуллалар окоп шәмдәре яһайҙар

Район халҡы «Өй йылыһы» акцияһына ихлас ҡушылды

Хәйбуллалар окоп шәмдәре яһайҙар
Хәйбуллалар окоп шәмдәре яһайҙар

Район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡурсалаған маскировка селтәрҙәрен үреүҙәрен күптән беләбеҙ. Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр окоп шәмдәре әҙерләй башланы.

Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәтенең белгесе, «Беҙ бергә» изгелек төркөмөнөң ирекмәне Филүзә Ишемғолова бының тураһында тулыраҡ һөйләне.

–«Өй йылыһы» тип аталған хәйриә акцияһын иғлан иттек, уға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Ирекмәндәргә ДОСААФ-тың бер бүлмәһе бирелде. Окоп шәмдәрен эшләүгә яңы йыл алдынан тотонғайныҡ. 60-тан ашыу дананан торған тәүге партияны декабрь аҙағында яугирҙарға оҙаттыҡ. Икенсе партияла 70-тән ашыу окоп шәмен яһаныҡ һәм әлеге ваҡытта 300-ән ашыу консерва банкаһын тупланыҡ. Ошо арала «Беҙ бергә» изгелек төркөмө ирекмәндәре Йәнтеш ауылы халҡы өсөн окоп шәмдәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙоҡ. Һәм улар мәҙәниәт йортона йыйылып, шул уҡ көндө 70 дана шәмде эшләп тә ҡуйғандар. Киләһе партия өсөн уңған йәнтештәр кәрәкле материалдарға, шул иҫәптән парафинға заказ яһаны. Был изге эшкә вәзәмдәр ҙә ҡушылырға ниәтләй, башҡалар ҙа ситтә ҡалмаһын ине, – тине Филүзә Азат ҡыҙы.

Окоп, блиндаж, подвал кеүек ышыҡ урындарҙа урынлашҡан һалдаттарға йылыныу ҙур проблема булып тора. Газ баллондары һыуыҡта туңа, улар тиҙ генә янып бөтә. “Буржуйка” кеүек тимер мейестәргә күпләп яғыулыҡ кәрәк. Иң хәүефлеһе – дошмандың тепловизорлы "беспилотниктары" уларҙың йылыһын еңел генә эҙләп табып бомба ташлай.  Ә окоп шәмдәре  йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.  Шулай итеп был файҙалы ҡулайлама ил һаҡсыларының ғүмерен ҡотҡарып ҡала ала.

–Халыҡтан йыйылған аҡса иҫәбенә кәрәкле материалдарҙы, шул иҫәптән консерва банкалары, парафин һатып алдыҡ. Шулай уҡ битараф булмағандар буш консерва банкаларын йыйырға ярҙам итә. Окоп шәмен эшләгәндә ҡулланылған банкаларҙы йыуыу, ҡағыҙ этикеткаларын алғандан һуң, уларҙы киптереү һәм  ут өҫтөндә тотоу мөһим. Ҡатырғаның скотчлы, пленкалы, төҫлө яҙыулыһы, йәбешкән этикеткалыһы бармай – төтөнөнә ағыуланырға мөмкин. Һоро ҡумта картоны – иң шәбе. Парафин өсөн "П2" кәрәк, “Т1”  һәм “Т2” ла бара.  Окоп шәмен яһау технологияһы ябай. Ҡалай банкаға әүернә рәүешендә ҡатырға һалалар һәм уртаһынан фитиль сығаралар. Һуңынан иретелгән парафин ҡоялар. Парафинға бер ни тиклем балауыҙ ҡушалар. Фитилдең осо янғанда парафин иреп күтәрелә һәм ялҡын һүнмәй. Парафин ҡойғанда ҡатырға тулыһынса ҡапланмаһын, берәй сантиметр ара буш ҡалһын, – тип кәңәш бирҙе ирекмәндәр.

Яҡташтарыбыҙҙың тормошон еңеләйтәсәк шәмдәрҙе ғинуар аҙағында гуманитар йөк менән ебәрергә ниәтләй хәйбуллалар. Шул уҡ ваҡытта райондаштар маскировкалау селтәрҙәрен үреү, сохари киптереү менән шөғөлләнеүҙе дауам итәләр.

Хәйбуллалар окоп шәмдәре яһайҙар
Хәйбуллалар окоп шәмдәре яһайҙар
Хәйбуллалар окоп шәмдәре яһайҙар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: