ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2024, 04:15

Сиҙәм күтәреүселәргә – хөрмәт һам дан!

   

Сиҙәм күтәреүселәргә – хөрмәт һам дан!Сиҙәм күтәреүселәргә – хөрмәт һам дан!
Сиҙәм күтәреүселәргә – хөрмәт һам дан!

Быйыл сиҙәм ерҙәрен күтәреү эше башланыуға һәм Сиҙәм ҡасабаһы төҙөлә башлауға 70 йыл тула. Был осор «Хәйбулла» совхозы тарихында үтә лә сағыу эҙ ҡалдырған. Бында 13900 гектар ер эшкәртелә.

Юбилей датаһы уңайынан мин дә сиҙәмсе, «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе апайым Йомабикә Зәкир ҡыҙы Аслаева тураһында бәйән итергә уйланым.

Йомабикә Зәкир ҡыҙы 1939 йылдың 21 декабрендә Әбделнасир ауылында донъяға килгән. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, күп ауырлыҡ-михнәттәрҙе үҙ иңендә татырға тура килә уға. Иҫәнгилде ауылында 5-се класты тамамлағандан һуң, апайыбыҙға артабан уҡырға форсат булмай. 1952 йылда атайыбыҙ Зәкир Мостафа улы 47 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәһенә һәм беҙгә – өс туғанына ярҙам итеү өсөн «Елбаш» колхозында төрлө эштәрҙә эшләй башлай. Был ваҡытта апайыбыҙға 13 йәш тә тулмаған була, ә һеңлебеҙ Йәнбикәгә 1 йәш тула.

1954 йылда «Хәйбулла» совхозы ойошторолоп, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү осоро башланғас, Йомабикә Зәкир ҡыҙы тракторҙа прицепщик булып, таҡмалы һабанда ултырып, ер һөрөүҙә ҡатнаша. Көндөҙ ҙә, төндә лә эшләргә тура килә. «Тракторсы арып китһә, уның урынына ултырып, ер һөрә инек. Һабан төрәндәрен йыш ҡына алыштырҙыҡ, сөнки Әбделнасир тирәләй ерҙәр ташлы булды. Етмәһә, эш һуңынан шул төрәндәрҙе таҙартып, майлап ҡуйырға ҡушалар ине. Йәш булғас, бер тиңдәш ҡыҙҙар менән, дәртләнеп, тырышып эшләнек. Шул ваҡытта баҫыуҙар гөрләп торҙо, күңелле була торғайны, кешеләр ең һыҙғанып, ихлас эшләне», – тип иҫләй торғайны апайым.

 Шулай уҡ ҡыш көндәрендә уларҙы Йылайыр районы Күркәтауға ағас әҙерләргә ебәрәләр. «Нормаңды үтәһәң аҙыҡ паегы бирәләр, үтәмәһәң паекты кәметәләр. Күкрәккә тиклем булған ҡарҙы йырып үтеп, йыҡҡан ағастарҙы ташып, штабелгә һалдыҡ», – тип күҙ йәштәре аша һөйләй ине ул.

Һуңыраҡ, ҡыш һәм яҙ айҙарында ауылда бәрәс ҡараусы (саҡманщица), бер нисә йыл Вәлилттә ауылында һауынсы булыр эшләргә тура килә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Иҫәнгилде ауылына күсеп килә һәм шунда уҡытыусы Зәкирйән Итбаев менән ғаилә ҡора. Был осорҙа апайыбыҙ ырҙын табағында ла, малсылыҡта ла ең һыҙғанып эшләй. Һуңғы йылдарҙа Иҫәнгилде ауылы Хоҙайбирҙин исемендәге бүлексәлә ашнаҡсы булып оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары һәм «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Уның фотоһы башҡа сиҙәмселәр менән бергә Сиҙәм ауылы мәҙәниәт йорто фойеһындағы күргәҙмәлә эленеп тора.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 24-се һанында уҡығыҙ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас