Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2024 йыл беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн бигерәк тә мөһим булған ваҡиғаларға бай килде. 14 ғинуар атайыбыҙ Ханнан Нуритдин улы менән әсәйебеҙ Гөлбирә Ғәйнизәр ҡыҙы Мөхәмәтйәровтарҙың ғаилә ҡороп, иңгә иң терәп йәшәүҙәренә теүәл 60 йыл тулды. Был байрам - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең, сабырлыҡтың сағылышы. Яҙҙың тәүге көндәренең береһендә - 14 мартта тағы ла бер күркәм юбилей – атайыбыҙға 85 йәш тула. Дәрт-дарманлы, маҡсатлы тормош, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, ошо матур йәшен тултырған атайыбыҙ, уның янында һәр саҡ ышаныслы терәк булып усаҡ йылыһын һаҡлаусы һәр эшкә оҫта ҡуллы әсәйебеҙ тураһында ни тиклем матур һүҙҙәр әйтһәң дә, аҙ булыр.
Ғаиләлә кинйә бала булып донъяға килгән атайыбыҙҙың бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Оло ағайҙары фронтта булғанға күрә атай-әсәһенең бауыр баҫыр кинйәтәүе лә, шул уҡ ваҡытта, ярҙамсы – терәге булып хеҙмәттә сынығырға ла тура килә уға. Ауылдаш тиҫтерҙәре менән һуғыш йылдарының аслыҡ-михнәттәрен үҙ иңендә күтәрә ул. Мәктәпкә күрше ауылға йөрөп белем ала, һигеҙ класты тамамлай. Колхозда бер йыл эшләгәндән һуң ул Бәләбәй ҡалаһындағы киномеханиктар мәктәбенә уҡырға барып, һөнәр ала. 1962 йылда атайыбыҙ сиҙәм күтәреү йылдарында төҙөлгән «Матрай» совхозына ҡайтып, хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ йылдар кино өлкәһендә эшләп, өлгөлө күрһәткестәргә ирешкәне өсөн «СССР кинемотография отличнигы», «9-сы, 10- сы биш йыллыҡтар алдынғыһы» билдәләре менән бүләкләнә. Тракторсылар курсын тамамлап, совхозда тракторсы булып эшләй, яҙын сәсеүҙә ҡатнашһа, көҙөн комбайн менән уңыш йыйыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәне тынғы белмәҫ атайыбыҙ.
1964 йылда әсәйебеҙ, Ейәнсура районы ҡыҙы Гөлбирә Ғәйнизәр ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Беҙҙе, өс ҡыҙ һәм бер малайҙы тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә тағы ла 10 ейән-ейәнсәрҙәре, 5 бүләсәләре бар.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 11-се һанында уҡығыҙ