Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2024, 09:50

Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!

  

Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!
Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!

Рәсәй халҡына Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн бер нисә тапҡыр көрәшергә тура килде.  Бөгөн дә ир-егеттәр Ватан мәнфәғәттәрен һаҡлай.

Яҡташыбыҙ, «Егерь» позывнойлы яугир бына инде ике йылдан ашыу махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Ул бала саҡтан хәрби булырға хыялланған. Атаһы ла улының хәрби булыуын теләп, башта хатта Суворов училищеһына уҡырға алып барырға ниәтләгән. Әммә ваҡыты килеп еткәс: «Бәләкәй бит әле», тип берҙән-бер уланын алыҫ тарафтарға ебәрергә йәлләгән. Йәше тулғас, әрмегә алынып, Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.

–16 йыл дауамында «Башҡорт баҡыры» предприятиеһында Юбилей карьерында «БелАЗ» машинаһы водителе булып эшләнем. 2022 йылдың ғинуарында ҡулыма военкоматтан повестка тапшырҙылар. Шул ваҡытта йөрәгем ашҡынып дөпөлдәп тибә башланы. Ләкин көтмәгәндә буран сығып, трассаға ҡар һала башлағас, һуңламай барып етеү өсөн иртә менән юлға сыҡтым.  Военкоматта башлыса Сибай ир-егеттәре йыйылды, сөнки буран арҡаһында юлдар ябылып, күптәр килә алманылар. Хәрби комиссар контракт менән хәрби хеҙмәт итеү тураһында аңлатты. 42 йәшкә тиклемгеләр генә контракт төҙөй ала тигәс күңелем төштө. Әммә комиссар  тиҙҙән сикке йәш 47 йәшкә тиклем оҙайтыласаҡ тигәс, өмөттө өҙмәй ҡайтып киттем, – тип һүҙ башланы яугир.

Башҡорт батальондарына ир-егеттәрҙе йыя башлағастар, яҡташыбыҙ шунда уҡ отпуск алып, медицина тикшеренеүен үтә һәм кәрәкле документтарҙы әҙерләп, Өфөгә алып барып тапшырған.  «Һөнәри һайлап алыу үтеп, 2022 йылдың июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән дүрт айға контракт төҙөнөм. Алла бирһә, көҙ көнө ҡайтырмын тип эштән китеүгә ғариза яҙманым. Өйҙәгеләр башта ҡаршы булғас, атай-әсәйгә, туғандарға йәнәһе Украинаға хәрби техника, машиналарҙы оҙатып алып йөрөйбөҙ тип алданым. Әкренләп, МХО зонаһындағы хәрби тормошҡа күнектем. Хәҙер ике йылдан ашыу ваҡыт үтте, әммә быға һис тә үкенмәйем!» – ти белдерҙе «Егерь».

Яҡташтары менән бергә хеҙмәт итеүенә ифрат шат булыуын да йәшермәй яугир. «Хәйбулла районынан өс кеше – мин, «Таха» һәм «Бабай»   бер батальонға эләктек һәм БМП водитель-механигы булдыҡ. Һуңынан мине взвод тәьминәте водителе итеп күсереп, ә егеттәрҙе башҡа роталарға бүлгәс, командирға мөрәжәғәт итеп, өсөбөҙ бергә булырға тырыштыҡ. Аҙаҡтан барыбер беҙҙе айырым роталарға күсерҙеләр. Яраланып, Запорожье өлкәһендә госпиталдә ике ай дауаланып, реабилитация үткәндән һуң йәнә хеҙмәт сафына баҫтым. Хәҙерге ваҡытта батальонда Хәйбулланан минән башҡа «Чирчик», «Мануль», «Римский»  хеҙмәт итә. Әлегә «Таха» менән «Лёва» госпиталдә дауалана», –  тине ул.

Батальонына кире килгәндә БМП-һы икенсе хәрбигә тапшырылғас, бер аҙ пулемётчик булып хеҙмәт итә. Уның профессиональ һәм тәжрибәле водитель булыуын белгән командир уны взвод тәьминәтенә водитель итеп тәғәйенләй һәм шунан алып райондашыбыҙ «Урал» машинаһында хәрби ҡоралдар, аҙыҡ-түлек, һыу, һалдаттарҙы ташый.

«Тәүҙә гуманитар ярҙам килеп етмәне. Аллаға шөкөр, хәҙер был эш яйға һалынып, Хәйбулланан гуманитар  ярҙам килә башланы. Был йәһәттән районыбыҙ башҡаларға һәр яҡлап өлгө булып тора. Тылдағылар менән бәйләнеш тотабыҙ, улар беҙгә хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырышалар. Барығыҙға ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ», –  тип әңгәмәне дауам итте яҡташыбыҙ.

 «Үлемдән саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалған осраҡтар ҙа байтаҡ булғандыр. Ҡурҡыу тойғоһо менән көрәшергә нимә ярҙам итә?» – тип тә һораным мәҡәлә геройынан. «Ундай саҡтар күп булды. Аллаға ышанабыҙ, окопта  доға уҡып, исән-һау ҡалыуҙы һораған саҡтар ҙа булды. Тәүге тапҡыр Запорожьелағы бер ауыл эргәһенә килеп етеү менән миномёт уты аҫтына эләктек. Элемтә өҙөлгәс, ҡайҙан атҡандарын да белмәйбеҙ, ятып окоп ҡаҙҙыҡ һәм позицияны биләнек. Икенсе осраҡта ла мөғжизә менән иҫән ҡалдыҡ. Беҙгә ауылға инеп шунда нығынырға тип задание бирелгәс, БМП-ны  ҡабыҙып,  һалдаттар уға ултырып ҡына бөткәйнеләр эргәбеҙгә өҫтән снаряд төштө. Ҡуйы саң-туҙан ҡалҡып, бөтәбеҙҙең дә күҙҙәр маңлайҙа, сәстәр үрә тороп, шаҡ ҡатып ҡалдыҡ. Мөғжизә менән снаряд шартламаны, ергә ҡаҙалды. Хәҙер беҙҙә ҡурҡыу тойғоһо юҡ,  иң мөһиме һуғыш тиҙерәк тамамланһын. Беҙ бирешмәйбеҙ, маҡсатыбыҙ бер – Еңеү. Алла бирһә, еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!» – тине ышаныслы итеп батыр һәм ҡыйыу яҡташыбыҙ.

Ватаныбыҙ һағында торған «Егерь» кеүек яугирҙарыбыҙҙың барыһының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!
Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: