Мәмбәт ауылында тирә-йүнгә йәм өҫтәп ултырған йорттоң ҡапҡаһын асып индем дә, гүйә хозур тәбиғәт ҡосағына эләккәндәй туҡтап ҡалдым. Күркәм йортта ауылдың оло хөрмәткә лайыҡ ғаиләләрҙең береһе, тырышлығы, уңғанлығы менән күп кенә йәштәргә лә үрнәк булған Земфира һәм Раузат Шәкировтар донъя көтә.
Төҙөк ихатала күҙҙең яуын алып торған сағыу гөл-сәскәләр, урман кеүек үҫкән емеш ағастары – әйтерһең дә үҙе бер сәхрә. Бында ни йыйылмалы карауатты йәйеп, саф һауа һулап, йәйге эҫе көндәрҙә хас шифаханалағы һымаҡ ял итергә булалыр, тип уйлап ҡуйҙым. Иғтибарлыраҡ ҡараһам, күләгәлә диван, кресло ултыра – бына бит уңғандар барыһын да хәстәрләп, эшләп тә ҡуйғандар икән. Бер нимә лә күктән төшмәй, тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр тиеп боронғолар юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде.
«Алдан хәбәр итмәй килдем бит әле, йорт хужалары өйҙә булһалар ярар ине», – тип ихатала биҙәкләп түшәлгән бетонға ҡыҙығып ҡарай-ҡарай, тупһа яғына ыңғайланым. Ишек ҡағам – ҡояштай йылмайып, Ултраҡовтар нәҫеленән булған Земфира апайыбыҙ ихлас ҡаршы алды. Ул йәмле Һаҡмар буйындағы Әбеш ауылында Ишбулат һәм Кәримә Шәриповтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һала. Атаһы Ишбулат Фәйезрәхмән улы мәктәптә тарихтан уҡыта. 1957 йылда Мәмбәт ете йыллыҡ мәктәбенә директор булараҡ ебәрелә.
«Шул йылдан Мәмбәтте ташлап киткәнебеҙ юҡ, башҡа яҡтарға күсергә лә уйыбыҙ булманы. Айырыуса йәйге айҙарҙа ауылыбыҙ йәнләнә, туғандар осрашып-күрешә, урамдар төрлө тарафтарҙан йыйылған кескәйҙәрҙең – ейән-ейәнсәрҙәрең шат тауыштарына күмелә, ә Таналыҡ буйҙары ял итеүселәр менән тула», – тип йәнә алсаҡ йылмайҙы мәҡәләм геройы. Шул саҡта Земфира апайҙың йылмаймаған сағы буламы икән, тип эстән генә уйлап ҡуйҙым хатта. Эйе, һәр кешене йылмайыу, мөләйемлек, ихласлыҡ биҙәй шул.
Земфира Ишбулат ҡыҙының бала сағы, мәктәп йылдары күҙ асып йомғансы үтә. Тик яҡшы билдәләргә генә уҡып, 8-се кластан һуң уҡытыусы һөнәрен һайлай. Сибай педагогия училищеһын тамамлай һәм бер йыл Турат (Иләс) ауылы мәктәбендә уҡыта, аҙаҡ Мәмбәт мәктәбендә эшләй башлай. Ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетын тамамлай, тарих фәненән белем бирә. Уҡыусыларына Сибай, Ишембай, Илеш, Бөрйән һәм башҡа ҡала һәм район музейҙарына экскурсиялар ойоштора, хеҙмәт алдынғылары, ветерандар менән осрашыуҙар уҙғара, бергәләп музейҙарға тарихи экспонаттар ҙа йыялар.
Намыҫлы хеҙмәте баһаланып, беренсе категориялы педагог «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» билдәһенә лайыҡ була, БР Мәғариф министрлығының һәм башҡа маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләнә. «Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәйем, ең һыҙғанып эшләнем. Хәҙер хаҡлы ялда булһам да элекке уҡыусыларым әле лә хәл белешеп, хөрмәт итеп торалар», – ти әңгәмәсем.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 33-сө һанында уҡығыҙ.