Һәр сабыйҙың тиерлек һөйләшендә кәмселектәр булыуы ихтимал. Был ваҡытта уларға махсус белгес – логопед ярҙамға килә. Бер ыңғайҙан яҡшы педагог та, психолог та булған кешелекле һөнәр эйәләре телмәр төҙәтеп, балала киләсәккә ышаныс тыуҙыра, йәмғиәттә әүҙем йәшәргә, мәктәптә яҡшы уҡырға һәм һәр яҡлап үҫешергә ярҙам итә. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева ?? йыллыҡ бай педагогик эш тәжрибәһе менән генә түгел, рухи байлыҡ, бөтмәҫ дәрте, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ хисе, ә иң мөһиме – үҙ эшен яратыуы менән айырылып тора.
Бүләкбикә Ғәлиулла ҡыҙы, исемегеҙҙең тарихы нисек?
Атайым Ғәлиулла Абдулҡадир улы Билалов һуғыштан имен-аман ҡайтып, әсәйем Шәһиҙә Фәйзрахман ҡыҙы менән бергә башта Михайловка, унан һуң Һабыр етемдәр йортонда бухгалтер булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул 12 майҙа ҡапыл вафат булған. Ә мин бынан өс көн алдараҡ – 9 майҙа тыуғанмын. Башҡорттоң бер ғәҙәте бар – бала тыуғанда атаһы йәки әсәһе үлһә, Бүләк йәки Бүләкбикә тип исем ҡушҡандар, минең исемде лә ошоға бәйле һайлағандар. 3 көнлөк балаһы, 4 йәштәге Дауыты һәм 5 йәшлек Рәшиҙәһе менән яңғыҙы тороп ҡалған, утыҙы саҡ тулған әсәйемде әле лә йәлләйем.
Һеҙ ҙур ғаиләлә үҫтем тигәйнегеҙ?
Ике-өс йыл үткәс әсәйем, ҡайнаға тейеш кеше менән донъя ҡорған. Билалетдин Ҡолбулды улы Билаловтың ҡатыны Мәғүзә Әхмәтдин ҡыҙы мәрхүм була һәм өс ҡыҙҙары – Асия, Таңсылыу, Сара атаһы менән тороп ҡала.Үҙ етемдәребеҙҙе үҙебеҙ ҡарайыҡ, тинеләрме икән, ике ғаилә ҡушылып, йәшәп киткәнбеҙ. Уйлап ҡараһаң, һуғыш тиҫтә йыл элек кенә бөткән, халыҡ һаман да аслы-туҡлы, әрем тәме сығып торған ҡара икмәк ашап йәшәгән осор булған. Шулай ҙа атайым (оло ихтирам менән беҙ уны атай тип үҫтек, үгәй тип һанаманыҡ) беҙҙе ас ҡалдырманы – гел һунар итте, әсәйем ҡуян итенән мейес төбөнә йыш ҡына бәлеш ҡуйыр ине, икмәгебеҙ ҙә ҡара булманы.
1958 йылда Дамир исемле ҡустыбыҙ тыуҙы, беҙҙе һәр тағы ла нығыраҡ берләштергән алсаҡ, шуҡ малайҙы барыбыҙ ҙа яраттыҡ. Бәхетле баласаҡ өйөндә апайҙарым күп булғас, миңә артыҡ эш эләкмәне, бар эшем – шул бәләкәс Дамирҙан күҙ яҙлыҡтырмау. Тиҫтер ҡыҙҙарым Миңлегөл, Миңзиһан, Шәмсиһан, Венера, Сәүиә бергәләшеп Бирмәҫ йылғаһы буйында үҫкән ерек башында өй ҡороп уйнағанда мине лә саҡыралар ине. Шул саҡта баланы йүкмәп алам да көнө буйы ҡайтмай, шунда йөрөнөк. Йылдар үтте, Асия апайым Йәнтешкә Сәғәҙәт еҙнәй Фәйзуллинға, Таңсылыу апай Ҡаҙыршаға Ғиниәт еҙнәй Тулыбаевҡа кейәүгә сыҡты.
Ә Аҡъяр балалар йортона нисек килеп эләктегеҙ?
Бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәй – әсәйем күптән һыҙланып ауырый башлағанын белмәй ҡалғанмын. Ул һуғыш ваҡытында тыуған ауылы Һаҡмар Бүреһенән алыҫ түгел Сик ауылында 18 йәшендә кладовщик булып эшләгәнендә, бер-ике килограмм орлоҡ игене етмәү сәбәпле, ҡулға алынып, Хабаровск өлкәһенә ебәрелә. Урман ҡырҡҡанда туберкулез менән зарарлана һәм нисәмәлер йылдар үткәс, сир көсәйә башлай. Әсәйем 1964 йылда баҡыйлыҡҡа күсте, сыулашып 5 бала ултырып ҡалдыҡ. Атай яңынан өйләнде. Сара апайым ауылда уҡыта ине, Бүребайға Салауат Атановҡа кейәүгә сыҡты. Рәшиҙә апайым Юлдыбайҙа 10-сы класты тамамлағас, Салауат ҡалаһына техникумға уҡырға инде, ҡустыбыҙ Дамир ауылда атаһы янында ҡалды. Ә беҙ Дауыт ағайым менән Аҡьяр балалар йортона урынлаштырылдыҡ, мин 5-се, ул – 9-сы класҡа килде.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 32-се һанында уҡығыҙ