Бынан 50 йыл элек Аҡъяр ауылында 70 төрлө һөнәр эйәһе, эшһөйәр, ярҙамсыл, ғәҙел Шәмсетдин ағайым һәм нескә, изге күңелле, уңған, зирәк аҡыллы Зинфира Сынбулатовтар ғаиләһендә Рушан, Рәмил ағайҙарына иш булып һары, бөҙрә сәсле, зәңгәр күҙле һылыу ҡыҙ донъяға килә. Улар сабыйҙы яратып Нәркәс тип исем ҡушалар. Исеме лә есеменә тура килеп тора: Нәркәс фарсы теленән гөл исеме (нәркәс – нарцисс), матур күҙле тигәнде аңлата.
Ғаиләнең йәш, дәртле сағы иң ҙур тимер юл төҙөлөштәренең береһе – Байкал-Амур магистралендә, Бүрәт Республикаһы Төньяҡ Байкал районы Яңы Уоян ҡасабаһында үтә. Ағайым күпер төҙөһә, еңгәйем төҙөлөш ойошмаһында баш бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй. Тырыш хеҙмәте һәм төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн икеһе лә “Байкал-Амур магистрале төҙөлөшө өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Наградалар әле лә ошо төҙөлөштөң иҫтәлеге булып ғаиләлә ҡәҙерләп һаҡлана.
Нәркәс Яңы Уоян ҡасабаһы мәктәбенең 10-сы класын тамамлағас, балаларының киләсәген хәстәрләп, ғаилә Өфө ҡалаһына күсә. Әсәһенең юлын һайлап, йәш ҡыҙ Башҡорт архитектура-төҙөлөш техникумының Иҡтисад һәм бухгалтер хисабы бүлегенә уҡырға инә. Ағайым Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында декоратор, ә Зинфира еңгәйем Һалым инспекцияһында әйҙәүсе инспектор булып эшләп, хаҡлы ялға сығалар. Һуңынан Аҡъярға ҡайтып, өй һалып, ошонда төпләнәләр, һәр яҡлап ҡыҙы менән кейәүенә ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Атаһының тыуған яғы – Әбүбәкергә ҡунаҡҡа килгәндә, буласаҡ тормош иптәше Илдус менән таныша. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешә. Ҡала ҡыҙын ауылдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр ҡурҡытмай һәм ул алдағы ғүмерен Әбүбәкер ауылы менән бәйләй. Шөкөр, тырышып-тырмашып, хатта ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына өлгө булып донъя көтә. Кейәү “Красный доброволец” колхозында механизатор булһа, Нәркәс Аҡъярға “Сбербанк”ка эшкә урынлаша, аҙаҡтан “Россельхозбанк”та эшләй. Ҡар, буран, боҙлауыҡ, ямғыр булһынмы – ниндәй һауа шарттарына, миҙгелгә ҡарамай, машина менән көн дә 18 километр араны үтеп, бер ваҡытта ла яуаплы эшенә һуңламай ул. Эштән ҡайтыуына өйҙә бәләкәй балалар, һыйыр, быҙау, ҡош-ҡорт, баҡса... Барыһына ла өлгөрөүенә сабыр холҡо, түҙемлеге, уңғанлығы, эшһөйәрлеге ярҙам иткәндер. Шул ваҡытта ситтән тороп ике юғары белемгә эйә була: Башҡорт дәүләт аграр һәм Башҡорт дәүләт университеттарының иҡтисадсы дипломдарын ала. Быны әйтеүе генә рәхәт, ә уҡыу өсөн күпме көс-дәрт, тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ кәрәк.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 24-се һанында уҡығыҙ