"СВОим сердцем" проекты сиктәрендә Макан ауылында Альмира Биктимерова етәкселегендә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн тактик носилкалар һәм волокуштар йыйыу һәм тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Маҡан оҫталарының тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Садовый, Өфө һәм Яңы Ергән ауылдарынан ирекмәндәр килде. Ирекмәндәр билдәләүенсә, тактик күтәргестәрҙе ҡулланыу зыян күреүселәрҙе экстремаль шарттарҙа тиҙ, хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ташыу мөмкинлеген бирә, был ғүмерҙәрҙе ҡотҡара һәм өҙлөгөү хәүефен кәметә ала.