“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһында Айбулат Юламанов 2003 йылдан эшләй. Тәүҙә пилорамщик, проходчик булһа, һуңғы алты йылда тау мастеры вазифаһын башҡара.
Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, Айбулат Ғәле улы яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә, килеп тыуған производство проблемаларын оператив хәл итә, сменала хеҙмәт һәм производство дисциплинаһы торошон яҡшыртыу буйынса эш алып бара. Айбулат Юламановтың бихисап дәүләт наградалары уның фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында һөйләй.