Иртән тороуға насип ризыҡтарың ҡайҙа яҙһа, һиңә шунда юл сығыр, тип халыҡ телендә бушҡа әйтелмәйҙер. Аллаға шөкөр, Маҡан-Аҡъяр араһы яҡын, юл һәйбәт. Берәй эш, йомош килеп сыҡһа, 15-20 минут эсендә барып та етәбеҙ.
Бына бер көндө Аҡъяр ауылында 98 йәшлек Миңзада Рыҫбаева йәшәгән йорт эргәһенән үтеп барғанда, ҡапыл башыма уй килде: «Мин бит Миңзада инәйҙе яҡшы беләм, инеп хәлен белешмәй үтеп китһәм, аҙаҡ күңелемде өйкәп тормаҫмы икән», – тип өйөнә инергә булдым. «Әйҙүк, түргә үтегеҙ», – тип ҡояштай йылмайып, ихлас ҡаршы алды ҡыҙы Миңзәлә. «Һаумыһығыҙ, Миңзада инәй, мине таныйһығыҙмы?» – тигән һорауыма: «Нишләп танымай ти, таныйым», – тип яуаплап, йылмайыуы менән күңелгә йылы өрҙө.
Миңзада Сәйетәхмәт ҡыҙы миңә үҙе бәйләнгән тәпешкә бүләк иткәндә, 80-гә баҫҡан булғандыр, шул саҡта ошо йәштә бәйләм бәйләй икәненә ныҡ аптырағайным. Ул ваҡыттағы аптырауым бушҡа булған икән, оло йәштәге инәйҙең уҙған йылда ла СВО-ла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә йылы ойоҡбаш бәйләүен «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитендә уҡырға насип булды. Ә өйөндә үҙе бәйләнгән әйберҙәренең төрлөлөгөн күргәс, бөтөнләй шаҡ ҡаттым.
Ул 1926 йылда Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Ишан ауылында (хәҙер был ауыл юҡҡа сыҡҡан, биләмәһе Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районына ҡарай) Сәйетәхмәт һәм Бибикамал Татлыбаевтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Әсәһе тальян гармунда, атаһы “Һарытау” гармунында оҫта уйнаған. Уҙған быуаттың барлыҡ ауырлыҡтарын иңендә күтәрергә тура килә уға. Атаһы Сәйетәхмәт Татлыбаев Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе яҡлап, яуҙа башын һала. Һуғыш йылдарында мәҡәләм геройы ФЗО-ға ебәрелә. Әсәһе кеүек теремек, бәләкәйҙән эшһөйәр булған 15 йәшлек ҡыҙ, ир-егеттәр өсөн дә ауыр тип иҫәпләнгән торф ҡырҡыу эшенә йәлеп ителә. Ҙур физик эш башҡарыу менән бер рәттән, ашау яғы бик хөрт була. Аҙаҡ совхозда төрлө эштәрҙә эшләй, баҫыуҙа үгеҙ менән ер ҙә һөрә ул. Өйҙәренең түбәһе емерелеп төшкәс, күршеләрендә көн итергә мәжбүр булалар. Заманының ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған ҡыҙ 1948 йылда Хәлил ауылы егете Дәүләт Ғәзиз улына кейәүгә сыға. Ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итә Рыҫбаевтар. 1963 йылда улар Аҡъяр ауылына күсә.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 5-се һанында уҡығыҙ