ЙӘМҒИӘТ
3 Сентября 2024, 07:14

Әлибайҙың бынамын тигән ғаиләһе

   

Әлибайҙың бынамын тигән ғаиләһеӘлибайҙың бынамын тигән ғаиләһе
Әлибайҙың бынамын тигән ғаиләһе

Әлибай ауылында йәш ғаиләләр бик аҙ. Күптәре ҡалаға күсеп, шунда йәшәүҙе хуп күрә. Шулай ҙа үҙ ауылына тоғро ҡалып, бынамын тигән донъя ҡороп йәшәүсе йәш ғаиләләрҙең булыуы ҡыуандыра. Шундай ғаиләләрҙең береһе Рәдис һәм Илһөйәр Сирбаевтар.

10 йыл элек өйләнешкән йәш ғаилә ситкә китеү тураһында уйлап та бирмәй, ата-әсә нигеҙенә тоғро ҡалып, улар менән бергә йәшәй башлай. Рәдис Рәсүл улы “Башҡорт баҡыры” ойошмаһында эшләй, Илһөйәр Марат ҡыҙы ауыл балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша. Ғаиләлә бер-бер артлы ике ул – Рамаҙан менән Илмир донъяға килгән, әлеге көндә улар ауыл мәктәбендә белем ала. Унан ҡыҙҙары Рәлиә донъяға килә, әле ул балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәймен тип тормай, төрлө конкурстарҙа башҡортса шиғырҙары менән ҡатнашып ҡына тора. Ғаилә эшләп тә йөрөй, ишек алды тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҙа тота, йәйгеһен йорт яны күҙҙең яуын алып торған сәскәләргә күмелә, баҡсаны йәмләп емеш-еләк, йәшелсә үҫә.

Рәдис Рәсүл улының ҡулынан килмәгән эше юҡ, үҙ тракторы менән йәй буйы ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләй, иретеп йәбештереү эштәренә лә маһир, туғандарына, ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа, мәктәп эшендә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Йәмғиәт эшенән дә баш тартмай ул. Рәдис Рәсүл улын ауылдаштары хөрмәт итеп, ышаныстарын белдереп Өфө ауыл Советына депутат итеп һайланылар.

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 9-сы һанында уҡығыҙ

Әлибайҙың бынамын тигән ғаиләһе
Әлибайҙың бынамын тигән ғаиләһе
Әлибайҙың бынамын тигән ғаиләһе
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас