Районда йәштәр араһында татыулыҡтары, бер-береһен хөрмәт итеүҙәре, ҡәҙерләүҙәре менән тиңдәштәренә өлгө булырҙай ғаилә парҙары бар. Шундайҙарҙың береһе Аҡъяр ауылында йәшәүсе Венера менән Василий Гвоздевтар. Сәстәрен-сәскә бәйләүгә әллә күпме ваҡыт та үтмәгән, үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәген нурлы-ҡотло иткән, үҙ көстәре менән лайыҡлы донъя көткән, матур балалар үҫтергән, ауылға йәм һәм йән өргән абруйлы ғаилә, һоҡланғыс парҙарҙан һанала улар. Егәрлелектәре менән дан алған, булдыҡлылыҡтары менән күптәргә үрнәк булып торған ғаилә 12 йыл татыу ғүмер итә.
Венера Гвоздева Ырымбур өлкәһе Үрге Наҙарғол ауылы ҡыҙы. Ырымбур дәүләт университетында иҡтисадсы һөнәрен алғандан һуң, Орск ҡалаһында бер аҙ эшләй. Артабан һеңлеһе Аҡъяр тау колледжына уҡырға ингәс, ул да Аҡъярға эшкә килә. Һәм Хәйбулла ерлегендә дуҫтары аша буласаҡ тормош иптәше, Татыр-Үҙәк ауылы егете, совхозда водитель булып эшләгән Василий менән танышып, йәштәр ғаилә ҡора.Василий Анатольевич Татыр-Үҙәк мәктәбен тамамлағандан һуң, автотранспорт колледжында белем ала. Үҙен төрлө урындарҙа, эштәрҙә һынап ҡарағандан һуң, электр селтәре ойошмаһында, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында водитель була. Йөк машиналарын да йөрөтә. Себер тарафтарында ла эшләй. Һуңынан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь, артабан механик, унан һуң УГМК-ның Техник университетында белем алып, әле комбинатта тәьминәт бүлеге начальнигы булып эшләй.
Венера Рим ҡыҙы иһә 12 йыл Хәйбулла юл һәм төҙөлөш идаралығында бухгалтер булып эшләп, һуңғы ике йылда – район хакимиәтенең сәнәғәт, экология, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенең баш белгесе. Венера һәм Василий Гвоздевтар үҙ йорттарын төҙөгәнсе, алты йыл ваҡытлыса фатирҙа йәшәргә мәжбүр булалар. Әммә тормош ауырлыҡтары йәштәрҙе һындырмай, киреһенсә, араны нығыта ғына. Ул йортта Кирилл һәм Илья исемле улдары донъяға килә. 2016 йылда үҙ көстәре менән төҙөгән яҡты, иркен йортҡа күсеп сығалар.
2022 йылда ғаилә башлығы Василий Анатольевичтың апаһы вафат була. Йәш ғаилә һис икеләнмәй, етем ҡалған ҡыҙы Аиданы ла үҙ ҡанаты аҫтына алып, үҙ балаһылай тәрбиәләйҙәр. Аиданың ағаһы Альфред балиғ йәштә булһа ла, уны ла үҙҙәренекеләй күреп, ғаилә ағзаһы тип һанайҙар. Ул күптән түгел ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан һәм әлеге көндә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй.
“Әйткәндәй, тормош иптәшем Василий минең терәк-таянысым, ул һәр ваҡыт йәнәшәмдә һәм һәр йәһәттән ярҙамлаша. Ул булдыҡлы ғаилә башлығы, изге йөрәкле, үрнәкле атай, яғымлы һәм хәстәрлекле ир. Уның белмәгән эше юҡ, ҡулдары алтын. Тормош юлымда шундай кешене осратҡаным өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Шундай аҡыллы, тәртипле ул тәрбиәләгәндәре өсөн ҡайным менән ҡәйнәмә лә ҙур рәхмәт. Иремдең яуаплы һәм маҡсатына ынтылыусан булыу сифаттары күңелемде яуланы. Алдына алғанын ҡуймай. Бөтәһе лә тиерлек мине бейемемә оҡшағанһың тиҙәр. Ирем дә әсәһенә оҡшатып миңә күҙ атҡандыр, –ти Венера Рим ҡыҙы.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 1-се һанында уҡығыҙ