ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2024, 04:30

Бөртөкләп йыйыла... хәтер

Кеше хәтере үҙе өсөн хәүефһеҙ ысулға эйә – оноторға һәләтле, тиҙәр. Исемдәр, ваҡиғалар, даталар офоҡ аръяғына инеп юғала, тиерһең. Етмәһә, хәтер үҙе өсөн кәрәкле ғәмәлдәрҙе генә иҫендә ҡалдырыусан, ләкин Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов осрағында улай мөмкин түгел. Уҙған йылда уға 90 йәш тулыр ине. Башҡортостандың данлыҡлы улы, һәләтле ойоштороусы, тәжрибәле етәксе һәм парламентарий булараҡ, тыуған республикаһы өсөн бик күп эш башҡарҙы.

Бөртөкләп йыйыла... хәтерБөртөкләп йыйыла... хәтер
Бөртөкләп йыйыла... хәтер

Һәр ғәмәле – юғары кимәлдә

 

Дамир Ҡыуатов 1933 йылдың 20 ию­лендә Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Уның тоҡомо Ватаны өсөн бик күп билдәле хәрби етәкселәр, табиптар һәм дәүләт эшмә­кәрҙәре биргән алпауыт Ҡыуатовтар нәҫеленә ҡарай. 1948 йылда Д. Ҡыуатов ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Ырымбур өлкәһендәге татар һәм башҡорт педагогия училищеһына инә. Унда ул әҙәбиәт һәм музыка менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә өйрәнә. Әммә техник һөнәр алыуға теләге бик ҙур булғанлыҡтан, училищены ташлай һәм Ейәнсура районының ул саҡта атаһы директор булған Абҙан урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә.

1957 йылда Одесса технология институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Берҙәш иген ҡабул итеү предприятиеһында техник етәксе булып башлай. Артабан Бөрө, Мәләүез элеваторҙарында баш инженер, Өфө иген продукттары комбинатында баш инженер урынбаҫары була.

1963 йылдан – ул Сибай элеваторының баш инженеры, һуңынан директоры була. Ҡыуатов етәкселегендә элеватор республикала ғына түгел, ә бөтә илдә иң ҙур һәм уңышлы эшләгән әҙерләү предприятие­ларының береһенә әйләнә.

Бер аҙ ситкәрәк китәйек әле. Беҙ бала саҡта Дамир Мөҙәрис улы атайым һәм өлкән ағайым эшләгән Сибай элеваторы директоры ине. Беҙ предприятие эргәһендәге “Элеватор” урамында йәшәнек. Йәй көнө мәктәп уҡыусылары участкаларҙа эшләне, биләмәләрҙе һеперҙе, келәттәрҙе таҙартты, ә көҙөн ололарға баҫыуҙан иген ҡабул итергә ярҙамлашты. Предприятиела барған бөтә эш тә беҙгә таныш һәм билдәле ине. Бәләкәй саҡтан элеватор балалары ураҡ кампанияһында ҡатнашты, иген әҙерләү хеҙмәтен үҙ елкәһендә татып белде. Ураҡ эштәренә һалдаттар килеүен, иген тейәгән машиналарҙың автоколоннаһы ағылыуын хәтерләйем…

Сибай элеваторының икенсе сираты төҙөлгәндә бында бөтә Советтар Союзынан килделәр. Бала-саға өсөн был үҙе ҙур ваҡиға ине! Ҡеүәтле корпустар беҙҙең күҙ алдында ҡалҡып сыҡты. Шулай ҙа миңә ни өсөндөр элеваторҙың иҫке бинаһы яҡыныраҡ. Ял көндәрендә, кеше аҙыраҡ булғанда, атайым беҙҙе ошондағы тимер баҫҡыс буйлап өҫкө ҡаттарға алып менә торғайны. Беҙ ҡоштар осҡан бейеклектән ҡалаға ҡарап һоҡлана инек.

Әлбиттә, ул йылдарҙа ла кемдең етәксе икәнен онотманыҡ. Директорҙы атайым дежурлыҡ иткән ҡапҡа эргәһендә йәки ҡайҙалыр клубта, ашханала күреп шөрләй, күҙенә күренмәҫкә тырыша торғайныҡ. Уның тауышы ла киҫкен, ҡарашы ла үткер ине шул. Дөрөҫ, төҙөлөшкә бөтә илдән халыҡ йыйылғанда уларҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу, туҡландырыу һәм элева­торҙың эшенә етәкселек итеүҙә дирек­торҙың иңенә ниндәй ҙур йөк һалынғанын бала саҡта, тәбиғи, аңламағанбыҙ.

– Кешенең тормоштан китеүенә күберәк ваҡыт үткән һайын, ул кеше нығыраҡ идеаллаштырыла, тиҙәр. Был фекер менән ниндәйҙер дәрәжәлә килешергә мөмкиндер, ләкин үҙемдең иремде идеал итеп хыяллана алмайым, ул ҡәҙимге кеше ине. Шулай ҙа кәмселектәренә ҡарағанда, һағынып һөйләрлек өҫтөнлөктәре күберәк булды, – тип хәтерләй Эльмира Нафиҡ ҡыҙы Ҡыуатова. – Ситтән ҡарағанда, ул ғорур, тәкәббер кеүек ине. Үҙҙәре шундай булған кешеләргә генә ошолай күренгәндер ул. Ғәмәлдә Дамир Мөҙәрис улы ҙур яуаплылыҡ тойғоһона эйә ине, башҡа­ларҙан да шуны талап итте. Кеше үҙенә үҙе баһа бирергә, бурысын билдәләргә, нимәгә хәленән килә икәнен асыҡларға тейеш, тип иҫәпләне ул.

Һәр заманда ла Ҡыуатовтар нәҫеле Ватанға тоғро хеҙмәт итте, белемгә ынтылды, күптәр ғалим, табип, инженер, уҡытыусы булып китте. Дамир Мөҙәрис улы был данлыҡлы ғаиләнең бәҫен арттыра төштө. Юғары кимәлдәге етәксе булараҡ, ул бөтәһен дә тейешенсә эшләргә тырышты.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 1-се һанында уҡығыҙ

 
Бөртөкләп йыйыла... хәтер
Бөртөкләп йыйыла... хәтер
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас