ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2024, 09:07

“Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә”

Шулай ти Аҡъярҙан Гөлсөм менән Илшат Игебаевтар

“Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә”“Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә”
“Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә”

Был донъяла бер–береһе өсөн генә яралып, үҙ ишен әллә ҡайҙан эҙләп тапҡан йәрҙәр була. Тап шундайҙар тормош юлында ҡулға–ҡул тотоношоп йәнәш атлай, бер–береһенә терәк һәм таяныс булып, матур балалар үҫтерә, бәхетле ғүмер кисерә. Ундайҙарға ҡарап: “Ҡайһылай пар килгәндәр!”–тип һоҡланалар. Аҡъяр ауылында йәшәгән Гөлсөм менән Илшат Игебаевтарҙың да ғаиләһе тап шундайҙарҙан.

Икеһе лә Хәйбулланан булһа ла, Байғусҡар егете менән Һаҡмар–Наҙарғол ҡыҙы Гөлсөм Өфөлә таныша. Ғаилә ҡороп, ҡыҙҙары донъяға килгәс тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнеп, үҙ эшен асып ебәрә улар. Бөгөн Игебаевтар- райондың уңышлы эшҡыуарҙарының береһе. Мебель эшләү цехы асып, ун биш йылдан ашыу республика халҡын үҙҙәре эшләгән матур һәм сифатлы йорт йыһаздары менән тәъмин итә улар.

Игебаевтар районда туризм өлкәһен дә үҫтермәксе. Күптән түгел улар хозур тәбиғәтле Йәнтеш ауылында “Ҡурай” тип аталған туристик база төҙөлөшөн башлаған. Шулай уҡ бер нисә йыл “География” туристик агентлығы аша хеҙмәттәшлек итәләр, район халҡын уңайлы һәм отошло хаҡҡа сит илдәргә, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына ял итергә ебәреү өсөн юлламалар һаталар. Үҙҙәре лә сит илдәргә сәйәхәткә йыш сыға, Башҡортостандың матур урындары буйлап йөрөргә лә ваҡыт таба.
Бала саҡтан ағас “ ене” ҡағылған Илшат Вәкил улы үҙенең эшләгән йыһазын һатыу өсөн Аҡъярҙа магазин да асҡан, унда ҡатыны Гөлсөм Ғәфүрйән ҡыҙы эшләй. “Мебель эшләү өсөн мин яуаплы, уны һатыу -ҡатынымдың өҫтөндә”,–тип йылмая эшҡыуар.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 20-се һанында уҡығыҙ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас