ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2024, 06:50

Аҙашҡан мөхәббәт

  

Гүзәл лекция яҙып ултырған ваҡытта кемдеңдер ҡарашын тойҙо. Юҡ, ул яңылышманы, аудиторияның икенсе яғынан уны берәү күҙәтә ине.                                      Ир-егет уның ҡарауын күреп, яҙған кеше булды. Ҡыҙ йылмайып, уҡытыусыны тыңлауын дауам итте.  Гүзәл яңыраҡ ҡына көндөҙгө бүлектән икенсе курсҡа, ситтән тороп уҡырға  күскән ҡыҙ.                                      

Ошо көндән алып был ҡарашты гел генә һиҙә башланы. Үҙе лә ҡыҙыҡ күреп, ир-егет артынан күҙәтергә тотондо. Ябай ғына кейенгән, бер нимәһе менән дә айырылмаған 30-35 йәштәрҙәге ир-егет уҡытыусыны иғтибар менән тыңлап ултыра, нимәлер тырышып-тырмашып яҙып ала. Һуңынан, курсташтарынан һорашып, Марат икәнлеген белде.                                           

 Бер айлыҡ сессия аҙағына яҡынлашты. Һуңғы имтихан алдынан лекцияны уҡып, һуң ятып йоҡлаған Гүзәл сәғәт ун тулыуға ғына институтҡа килеп инде, беренсе ағым менән ингән студенттар сыға башлаған ине. Шул ваҡыт аудиторияның ишеге асылды, был Марат ине. Коридорҙа көтөп ултырғандар уны уратып алды, һорауҙар яуҙырып, яуаптар алғас, таралышты. Мыштырлап киткән Гүзәл уның эргәһенә иң аҙаҡҡы килеп етте лә:           

-Ниндәй билет эләкте? Һорауҙар күп бирҙеләрме?-тип әйтеп бөтөүгә, Марат уға өндәшмәй генә бер секундтай ҡарап торҙо ла, әйләнеп китте лә барҙы. Ҡатын-ҡыҙ аптырап торҙо ла ҡалды.                    

Сессия тамамланды. Һәр студент кем поезд менән, яҡыныраҡ йәшәгәндәре автобус менән өйөнә ҡайтырға ашыҡты.                                 Өй. Эш. Бала. Мәшәҡәттәр…  Ярты йыл һиҙелмәй үтеп тә китте. Һәм тағы сессия. Тағы ла шул ҡараш. Йәш ҡатын-ҡыҙ инде үҙе Маратты ситтән күҙәтә башланы. Күп нимә белә, һәр зачет, имтиханды яҡшы бирә, бөтәһенә лә ихлас күңелдән ярҙам итә.                                        

Бер көн лекция башланыуға ғына аудиторияға  килеп ингән Гүзәл ике группаның ултырыуын күрә, буш урын  Марат эргәһендә генә, ул уның янына килеп: “Мөмкинме?”-ти.  Ир кеше башын ғына ҡаға.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 2-се һанында уҡығыҙ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас