ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2024, 11:08

Барығыҙға ла егеттәрҙән сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре!

Махсус хәрби операциялағы яҡташ хәрбиҙәргә гуманитар йөк оҙатылыуы тураҙында хәбәр иткәйнек. Аллаға шөкөр, ылау имен-аман барып етте. Ошо арала «Салтын» позывнойлы Хәйбулла яугиры тыуған яҡтарына сәләм ебәрҙе һәм ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтен еткерҙе.

Барығыҙға ла егеттәрҙән сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре!Барығыҙға ла егеттәрҙән сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре!
Барығыҙға ла егеттәрҙән сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәре!

Махсус хәрби операциялағы яҡташ хәрбиҙәргә гуманитар йөк оҙатылыуы тураҙында хәбәр иткәйнек. Аллаға шөкөр, ылау имен-аман барып етте. Ошо арала «Салтын» позывнойлы Хәйбулла яугиры тыуған яҡтарына сәләм ебәрҙе һәм ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтен еткерҙе.

Эйе, барыһы ла ауыр саҡта һынала. Илгә һынау килгәндә лә райондаштарыбыҙ юғалып ҡалманы. Олоһонан алып кесеһенә тиклем махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүгә тотондо. “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, һәр кем был изге эшкә ҡушыла ала. 

Гуманитар ярҙам яҡташтарға көс-дәрт өҫтәһен, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын. Яугирҙар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына иҫән-һау аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Видео: “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас