Районда эш сәфәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова етәкселегендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре булды.
Рәсми ҡунаҡтар Аҡъяр ауылының күп профилле полилингваль мәктәбендә мәғариф өлкәһенең йәш белгестәре менән осрашты, "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеүсе Бәләкәй Арыҫланғол, Оло Әбеш ауылдарында еңгән аҡсаларға тормошҡа ашырылған объекттар менән танышты. Шулай уҡ Оло Әбеш ауылында халыҡ менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барҙылар, килгән халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды.
Әбеш ауылында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн Айгөл Әминева, Нәсимә Ибраһимова, Аҡсәскә Әбделмәнова, Миңзәлә Мөхәмәтова, Дамир Исмәғилевҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды