ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2024, 11:11

Йәнтештәрҙән өлгө алырлыҡ!

Халыҡ берҙәмлеге менән  бөгөн унда ике арт-объект асылды 

Йәнтештәрҙән өлгө алырлыҡ!Йәнтештәрҙән өлгө алырлыҡ!
Йәнтештәрҙән өлгө алырлыҡ!

Йәнтештәрҙән өлгө алырлыҡ!

Халыҡ берҙәмлеге менән   унда ике арт-объект асылды 

Халыҡтың үҙ ауылдарын йәмләргә тырышыуын йәнтештәр миҫалында күрергә мөмкин. Барыһы ла ошо ауыл егете Азамат Торомтаевтың тәҡдименән башлана. “Атайсал” проекты, йәғни халыҡ көсө менән эшләнгән арт-объекттар бөгөн Йәнтеште  йәмләп, ауыл күрке булып тора.

--Тыуған ауылымдың визит карточкаһы, йәғни йөҙө булырлыҡ ниндәйҙер үҙенсәлекле арт-объект эшләү теләге күптән бар ине. Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуып үҫкән ил яҡшы, тиҙәр бит әле. Шуға  һәр ауылда  тиерлек булған  мин һине яратам ауылым тигән кеүек арт-объекттарға оҡшамаған, башҡаларҙан айырылып торған һәм нәҡ Йәнтеш ауылына хас булғанын  эшләргә кәрәк тигән уй менән  социаль селтәрҙәге “Йәнтешем-йәнтешкәйем” һәм “Йәнтештең ғәйрәтле ир-уҙамандары” тигән үҙебеҙҙең ауыл төркөмдәренә яҙғайным, олоһо-кесеһе ошо идеяны хуплап, күтәреп алды. Ауылыбыҙҙа тыуып үҫеп, әле ситтә йәшәгән һәм эшләгән йәштәр,   ауылда йәшәгән егеттәр,  ауылдаштар дәррәү аҡса йыйып,  арт-объекттарҙың дизайнын, орнаменттарын эшләттек. Һөҙөмтәлә, ауыл уртаһында “Йөрәгемдә Йәнтешем” һәм  ауылға ингән ерҙә, Тәкәл тауы башында, “Мин яратам Йәнтешемде” тигән арт-объекттар ҡуйылды. Әйткәндәй, был яҙмаларҙы  тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса халыҡ үҙе һайланы. Һуңғыһында 1960-70-се йылдарҙа Йәнтештә  уҡытыусы булып эшләгән Хәниф Сафаровтың шиғри юлдары ла яҙылды.

Әйткәндәй, ошо бәләкәй архитектура формаларын  ҡуйғанда, бөтә ауылдаштар өмәләрҙә дәррәү ҡатнашты. Кемдер техника,  икенселәр инструменттар, өсөнсөләре  төҙөлөш материалдары менән ярҙам итте. Балалар һәм ата-әсәләр өсөн “Һаҡмар” шифаханаһының да ярҙамы тос булды. Берәй инструмент етмәһә, һә тигәнсе йүгереп ҡайтып, кемеһе көрәк,  бәғзеһе болгарка йәки башҡа эш ҡоралын алып килә һалды. Бына ошо өмәләр ваҡытында  ауылдаштарымдың ысын патриот булыуы асыҡ инандым. Шуға ла эш тә ырамлы һәм тиҙ барҙы,--тине Азамат Сәйет улы.

Әйткәндәй, Азамат Торомтаев  бына ете йыл инде Ханты-Мансийск автоном округында ғаиләһе менән йәшәй һәм эшләй. Ситтә йәшәһә лә, ауылы яҙмышына битараф түгел. Бына әле лә отпускыға ҡайтҡанда ла ҙур эш башҡарып, ауылдаштарының дәррәүлегенә, әүҙемлегенә ихлас рәхмәтен белдерҙе.

--Беҙҙең ауыл райондың иң матур ерендә урынлашҡан. Уның хозур тәбиғәтенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Бер ауылда ла булмаған Тәкәл тауыбыҙ бар. Кем Йәнтешкә килә, һәр ваҡыт ошо тауға менә. Йәмле Һаҡмарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Әле иһә ошо матурлыҡтарҙы йәмләп, йәштәрҙең инициативаһы менән күркәм арт-объекттар хасил булды. Бигерәк тә,  Ханты-Мансийск округында “Сургутнефтегаз” предприятиеһында төҙөлөш буйынса белгес булып эшләгән ауылдашыбыҙ, ҡайҙа эшләһә лә Йәнтешен хәстәрләгән,  төрлө саралар ойошторғанда ярҙам ҡулы һуҙған  Азамат Сәйет улына  рәхмәт белдәрәбеҙ. Йәнтештәр  өмәләрҙә ҡырмыҫҡа кеүек дәррәү эшләне. Ир-егеттәр эшләгәндә ситтә ҡалмайбыҙ тип, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа  арт-объект янындағы туҡталҡаны, парк  ҡоймаларын буяп ҡуйҙыҡ. Аллаға шөкөр, бик матур беҙҙең Йәнтешебеҙ,--тине Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Лена Ултраҡова.

--“Йәнтештең ғәйрәтле ир-уҙамандары” төркөмөндә Азамат Сәит улының  башланғысын барыбыҙ ҙа әүҙем күтәреп алдыҡ. Буласаҡ арт-объекттарҙы нисек эшләргә, унда нимә тип яҙырға тигән тәҡдим буйынса ла ҡыҙыу фекер  алышыу булды. Бер кем дә юҡ тимәне, аҡса ла йыйҙылар, өмәләрҙә лә дәррәү ҡатнаштылар.   Үҙем дә  аҡсалата ла, эш менән дә ярҙам итеп,  был идеяны тормошҡа ашырыуҙа ҡайнап йөрөнөм. Әллә ҡайҙан күренеп торған арт-объекттар хәҙер үҙ урынында, улдар былай ҙа матур ауылыбыҙҙы тағы ла күркәмләндерҙе. Ситтән килгән ҡунаҡтарҙан, осраҡлы юлаусыларҙан да хуплау-маҡтау һүҙҙәре ишетелә. Киләсәктә  арт-объект янындағы паркты евроштакетник менән уратып алырға планлаштырабыҙ,--тине Йәнтеш ауылының йәш эшҡыуары Ғәлим Ултраҡов.

Әлбиттә, күмәк көс менән башҡарылған эштәргә ҡыуанып, арт-объекттарҙы тантаналы шарттарҙа асты ауыл халҡы. Күптәр  ошо изгелекле эштә ҡатнашыусыларға, ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ауыл йәштәренең берҙәмлегенә һәим илһөйәрлегенә ҡыуаныстарын еткерҙеләр. “Ауылыбыҙ егеттәренә афарин! Ундай йәштәр булғанда Йәнтештең киләсәге бар”,--тине бер һүҙҙән ауыл аҡһаҡалдары. Шулай  итеп, бына ошо арт - объекттар аша тыуған ергә булған һөйөү хисе, ата - бабалар төйәге иткән ауылға тоғролоғон тағы ла иҫбат итте йәнтештәр. Ә был ауыл аша үткән юлсыларҙы  күңелгә яҡын  һүҙҙәр яҙылған арт-объекттар ҡаршылай  һәм оҙата.

Мәрйәм Иманғолова.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас