ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2024, 16:55

Торатауға сәйәхәт күңелле булды

Хәйбулла районынан 50 “көмөш йәштәге” турист «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»  проекты сиктәрендә «Торатау» геопаркына сәйәхәт ҡылды һәм 5,65 км оҙонлоҡтағы экоһуҡмаҡ буйлап шихандың түбәһенә менде.

Торатауға сәйәхәт күңелле булдыТоратауға сәйәхәт күңелле булды
Торатауға сәйәхәт күңелле булды

Әйтергә кәрәк, был проект республика етәксеһе башланғысы менән ғәмәлгә ашарыла. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһында эш башлағанда республикала эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәлде киҫкен тип билдәләне. Уның күрһәтмәләре буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырырға ҡарар ителде. «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары республикала туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Хәйбуллаларҙың тур программаһы шихандарҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышыуҙы, солоҡсолоҡ умарталығы буйлап экскурсияны һәм 697 тупһанан торған баҫҡыс буйлап Торатауға менеүҙе үҙ эсенә алды. Мәләүез районында улар өсөн элекке Воскресенский баҡыр иретеү заводы биләмәһе буйлап экскурсия һәм картиналар галереяһына сәфәр ойошторолдо.

Турҙа ҡатнашыусылар тәбиғәт, тарих һәм мажаралар донъяһына сумдырылырға мөмкинлек биргән сәйәхәт тураһында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Был сәйәхәт уларға бихисап ыңғай тәьҫораттар һәм онотолмаҫлыҡ хәтирәләр бүләк иткән.

Әйткәндәй, «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм»  проекты сиктәрендәге бушлай туристик сәйәхәттә 60 йәштән өлкән ир-егеттәр, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Проектта ҡатнашырға теләүселәргә түбндге сайтта теркәлергә кәрәк: https://долголетие.соцтуризмрб.рф/.

Торатауға сәйәхәт күңелле булды
Торатауға сәйәхәт күңелле булды
Торатауға сәйәхәт күңелле булды
Торатауға сәйәхәт күңелле булды
Торатауға сәйәхәт күңелле булды

Ырыҫбикә Аллағолова, район ветерандар советы рәйесе:

Республикабыҙҙа дүртенсе йыл дауам иткән «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты барлыҡ оло йәштәге әүҙем тормош алып барғандарға хуш килде. Был йәһәттән, иң беренсе дәүләт программаһы идеяһы өсөн Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хабировҡа, бай һәм йөкмәткеле программалы турҙы ойоштороусы «Вэлком РБ» турист компанияһына, районыбыҙҙа пенсионерҙарыбыҙҙы ойоштороп, ҡурсалап оҙатып йөрөп ҡайтыусы район хакимиәте белгесе Гүзәл Ишмөхәмәтоваға район ветерандар советы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Тағы ла минең кәңәшемә ойоштороусылар ҡолаҡ һалыр тип ышанам, хәйбуллалар өсөн, гүзәл баш ҡалабыҙ Өфөгә экскурсия туры ойоштороу мөһим, сөнки күптәр яңыртылған «Еңеү» паркын, йәки мөһәбәт Генерал Шайморатов һәйкәлен һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы күрергә хаҡлы.

Лилиә Билалова, Әбүбәкер ауылы:

Сәфәр тәьҫораттарға бай булды. Күптән Торатауға барырға хыяллана инем — «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты ярҙамында теләгем бойомға ашты. Музей ҙа һәм завод та оҡшаны. Беҙҙе оҙатыусыларға рәхмәт белдерәм: бик яуаплы кешеләр. Улар хәстәрлек һәм иғтибар менән уратып алды. Проектты ойоштороусыларға бик рәхмәтлебеҙ.

Зилә Шәрипова, Иләс ауылы:

Был проектты булдырыусыларға һәм сәйәхәтте ойоштороусыларға оло рәхмәт. Ошолай проект булмаһа ҡасан күрер инек Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл, иҫтәлекле урындарын?! Етмәһә   бушлай!  Мәҫәлән, Воскресенский ауылындағы картиналар галереяһы тураһында быға тиклем күптәребеҙ ишеткәне лә юҡ ине. Торатау, этноихата, музей…  барыһы ла күңелде байытты, ҡыуандырҙы.

Менәүрә Бохарбаева, Аҡъяр ауылы:

Тәбиғәт, яҡшы кешеләр менән аралашыу ҙур көс-дәрт бирә. Хатта күптәребеҙгә 60 йәштән дә олораҡ икәнебеҙҙе оноттоҡ! Һалҡын, ямғырлы һауа торошо ла сәйәхәтселәрҙең йылмайыуынан, һоҡланыуынан, шат йөҙҙәренән бер аҙ ситләште. Был сәфәрҙе ойоштороусыларға рәхмәт, оҙатып йөрөүсе ҡыҙҙарға айырым рәхмәт белдерәбеҙ, улар беҙҙе бәләкәй балаларҙай һәр яҡлап хәстәрләп йөрөнө.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас