ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2024, 06:53

Махсус хәрби операция зонаһындағы туғаның менән нисек бәйләнешкә инергә?

-

Махсус хәрби операция зонаһындағы туғаның менән нисек бәйләнешкә инергә?Махсус хәрби операция зонаһындағы туғаның менән нисек бәйләнешкә инергә?
Махсус хәрби операция зонаһындағы туғаның менән нисек бәйләнешкә инергә?

Туғандары артыҡ борсолмаһын, ә хәрби хеҙмәткәргә рух ныҡлығын һаҡлап ҡалыу өсөн Махсус хәрби операция зонаһында яҡындарың менән бәйләнеште өҙмәү бик мөһим.

✉ «Рәсәй почтаһы» бәйләнештә ҡалырға ярҙам итәсәк. Түбәндәге адрес буйынса һалдатҡа хат һәм 10 килограмға тиклемге ауырлыҡта посылканы бушлай ебәрә алаһығыҙ: 103400, Мәскәү ҡалаһы - 400 һәм хәрби частың номеры.

📱 Хәрби хеҙмәткәр өйөнә үҙенең кеҫә телефоны аша йәки МХО зонаһындағы һөйләшеү пункттарының береһенән үҙе шылтырата ала. Шылтыратыу ваҡытын командир билдәләй.

📞 Хәрби хеҙмәткәр оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмаһа, уның хәрби заданиела булыуы ихтимал. Был осраҡта туғаныңдың бәйләнешкә сығыуын көтөргә йәки Оборона министрлығының ҡыҙыу линияһына шылтыратырға кәрәк: 8 (800) 100-77-07, +7 (495) 498-43-54 һәм +7 (495) 498-34-46.

Шулай уҡ яугир комиссия үткән хәрби комиссариатҡа йәки ул беркетелгән хәрби часҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас