Хәйбулла районында Түңгәүер ырыуының VI съезы үтте. Һуңғы йылдарҙа түңгәүерҙәрҙең йыйындары ырыуҙаштар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыл һайын уҙғарыла: 2021 йылда Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында түңгәүерҙәрҙең 3-сө йыйыны, 2022 йылда Әбйәлил районы Асҡарҙа 4-се йыйын, 2023 йылда Баймаҡта Түңгәүер ырыуының 5-се йыйыны ойошторолдо. Быйыл эстафетаны Хәйбулла районы түңгәүерҙәре ҡабул итеп, алтынсы йыйын ойошторолдо.
Өфө ауыл биләмәһе халҡы Түңгәүер йыйыны делегаттарын- Бөрйән,Белорет,Йылайыр,Күгәрсен райондарынан түңгәүер ырыуы вәкилдәрен ҡабул итте.
Өфө ауылында ҡунаҡтарҙы йылы итеп ҡаршы алып, уларға Өфө ауыл биләмәһендәге ауылдарҙың тарихы,күргәҙмәләре менән таныштырҙы.Артабан ҡунаҡтарға яҡташыбыҙ данлыҡлы ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейҙың күсмә күргәҙмәләре буйлап экскурсия ойошторолды,сабыйға исем ҡушыу йолаһы күрһәтелде.Өфө ауылының "Ағинәйҙәр" клубы,Фәтих Ҡашҡаров,Хәйҙәр Ильясов,Иҙел Манишев,Гөлдәр Кәримова,Диана Кәримова,Рәшит Ғәббәсов,Зөһрә Назарова, "Әхирәттәр","Бүләк"бейеү коллективтарының сағыу концерт сығыштары араһында йәнле әңгәмәләр, фекер алышыуҙар ҙа бик урынлы булды. Өфө ауылы биләмәһенең урындағы түңгәүерҙәр ырыуы ҡор башы, "Ағинәйҙәр" һәм Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музей етәксеһе Ғүмәрова Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы йыйынды алып барҙы, ойоштороуға күп көс һалды.Ҡунаҡтарға мәктәп ашхана хеҙмәткәрҙәре - Ғабдрахманова Зифа, Ғәлина Юлиә, Рыҫҡолова Рәсилә, Хәсәнова Дилә тәмле аш- һыу әҙерләне.Өфө ауылының мәктәп директоры Ҡашҡарова Зилә Ҡоморҙаҡ ҡыҙы йыйынды уҙғарырға бөтә уңайлыҡтар булдырҙы.Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур эш башҡарылды.Кураторҙарыбыҙ Кәримова Илүзә Таһир ҡыҙы,Минғазова Тамара Килдейәр ҡыҙы ҙур ярҙам күрһәттеләр.Йыйын берҙәм көс менән юғары кимәлдә уҙҙы!