Түңгәүерҙәрҙең ҡор башы, билдәле яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев алтынсы ырыу йыйыны барышында "Атайсал" проекты сиктәрендә ауылдаштарына шәп бүләк эшләне - ут һүндереү прицебы бүләк итте. Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек ошо уҡ проект сиктәрендә Хөрмәтулла Ғаззали улы тыуған ауылында шишмәне төҙөкләндергәйне. Шулай уҡ уның ярҙамында ауылға ингән ерҙә Түңгәүер ырыуының стелаһы барлыҡҡа килде. Ниндәй генә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшһә лә тыуған ауылы Таштуғайҙы, ауылдаштарын онотмаған яҡташыбыҙға афарин тиергә генә ҡала!