ЙӘМҒИӘТ
16 Августа 2024, 10:41

Халыҡ өсөн янып йәшәне һәм эшләне

Фёдоровка ауылында бөгөн ҙур байрам сараһы үтте. Тантана Рәсәйҙә Ғаилә йылына һәм Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналды. Байрам сиктәрендә «Красный доброволец» колхозының элекке рәйесе Фәйзрәхмән Әбүбәкировҡа мемориаль бюст асылды, шулай уҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Федоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләрФедоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр
Федоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр

Фёдоровка ауылында бөгөн ҙур байрам үтте. Тантаналы сара Рәсәйҙә Ғаилә йылына һәм сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүгә 70 йыл тулыуына арналды.

Байрам сиктәрендә «Красный доброволец» колхозының элекке рәйесе Фәйзрәхмән Әбүбәкировҡа бюст асылды. Тантанаға уның туғандары һәм яҡындары, хеҙмәттәштәре, хеҙмәт ветерандары, район һәм ауыл хакимиәттәре вәкилдәре һәм ауыл халҡы йыйылды. Халыҡтың күп йыйылыуы ла элекке колхоз рәйесенең ни тиклем абруйлы һәм ихтирамлы шәхес булыуы тураһында һөйләй. Ауылдаштары ла уны тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып: «Фәйзрәхмән Ғәни улы ғәҙел, эшһөйәр булды, үҙен һәләтле ойоштороусы һәм оҫта белгес итеп күрһәтте, иртә таңдан ҡара кискә тиклем һәр ваҡыт халыҡ өсөн янып-көйөп йәшәне һәм эшләне. Колхоздың иҡтисадын нығытыуға, колхозсыларҙың көнкүрешен, йәшәйешен яҡшыртыуға ҙур көс һалды», – тип йыш ҡабатланылар.

Юлай хәҙрәт Фәйзрәхмән Әбүбәкировтың рухына бағышлап аят уҡыны. Тантана барышында Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Фёдоровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Лебедева, Фәйзрәхмән Әбүбәкировтың ҡыҙы Гөлсөм Нәсибуллина һәм уның мен бер ваҡытта эшләгән коллегалары – Николай Червоченко (шул осорҙа район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары), Әмирхан Салауатов («Таналыҡ» совхозының элекке директоры), Мәжит Бураншин (ВЛКСМ секретары), Хисам Абдуллин (Салауат исемендәге колхоздың элекке рәйесе), Ишмөхәмәт Торошев («Красный доброволец» колхозы белгесе) сығыш яһап, Фәйзрәхмән Ғәни улының үҙенең баһалап бөткөһөҙ эштәре менән иҫән саҡта уҡ һәйкәлгә лайыҡ булыуын билдәләне. 1962–1990 йылдарҙа етәкселек итеү осоронда «Красный доброволец» колхозы малсылыҡ, игенселек тармаҡтарында юғары үҫешкә өлгәшә һәм ул райондың алдынғы хужалыҡтарҙың береһе булып китә.  Әбүбәкер һәм Фёдоровка ауылдарында мәктәптәр, балалар баҡсалары, медпункттар, профилактоийҙар, мәҙәниәт йорттары, Әбүбәкер ауылында китапхана, йылы гараждар, фермалар, ике этажлы контора, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәйкәлдәр, магазиндар колхоз аҡсаһы иҫәбенә төҙөлә. Ауылдарға һыу, электр үткәрелә. Фәйзрәхмән Ғәни улы кадрҙар мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә. Белгестәрҙе республиканың һәм илдең юғары һәм урта уҡыу йорттарында колхоз иҫәбенә уҡыталар. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе шифаханаларға путевкалар һәм туристик юлламалар менән бүләкләйҙәр. 1962 йылда ғына колхоз 12 фатир төҙөй һәм колхозға 14 ғаиләне ҡабул итә. 1962-1990 йылдарҙа Әбүбәкер һәм Федоровка ауылдарында 144 фатир сафҡа инә. Йәш ғаиләләргә бушлай торлаҡ бирелә, эш урындары булдырыла, йәштәргә яңы техника бүленә.  Колхозсыларҙың балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған: уларға төрлө экскурсиялар ойошторола, балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙә туҡланыу менән ярҙам итһәләр, студенттарға гуманитар ярҙам да ебәрелә. Намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, һуғыш осоро балаһы, колхозы өсөн  яҡты эҙен ҡалдырған Фәйзрәхмән Ғәни улы  әлеге көндә лә оло хөрмәткә лайыҡ шәхес.

Бюст асыу хоҡуғы – ошо башланғыстың инициаторы Наталья Семеновнаға һәм Гөлсөм Фәйзрәхмән ҡыҙына бирелде. Шунда уҡ һәйкәл янына халыҡ ағылып, сәскәләр һалды һәм уның тирәләй урынлашҡан бихисап тарихи фотолар, «Красный доброволец» колхозының тарихын һәм кешеләрен һүрәтләнгән күргәҙмә менән танышып, хәтирәләр донъяһына сумды.  Һуңынан бюст янына ҡарағайҙар ултыртылды.

Федоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр
Федоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр
Федоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр
Федоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр
Федоровкала ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр

 Белешмә:

Фәйзрәхмән Ғәни улы Әбүбәкиров 1928 йылдың 15 майында Әбүбәкер ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Әбүбәкер ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын 1943 йылда Чкалов исемендәге колхозда бригада иҫәпсеһе булып башлай. Фабрика завод эшенә өйрәтеү мәктәбендә (ФЗО-ла) уҡып, 1944-1946 йылдарҙа ҡорос-тимер сым заводында эшләй. Унан ҡайтҡас, колхозда иҫәпсе, малсылыҡ фермаһында мөдир була. 1950  йылда Совет Армияһына саҡырыу ала. Алыҫ Көнсығышта 4 йыл хеҙмәт итеп тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ауыл хужалығы өсөн етәксе кадрҙар әҙерләү мәктәбен тамамлағандан һуң, уны колхоздың партия ойошмаһы рәйесе, һуңынан районда ауыл хужалығы продукциялары етештереү һәм сифат буйынса инспектор итеп тәғәйенләнә.

 1962 йылдың ғинуарында «Красный доброволец» колхозына рәйес итеп һайлана. 1990 йылға тиклем – 28 йыл буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ошо хужалыҡтың алмаштырғыһыҙ етәксеһе була. Фәйзрәхмән Ғәни улы колхоз рәйесе булып эшләгән осорҙа уның оҫта етәкселегендә колхоз алдынғылар иҫәбендә була. Был дәүерҙә хужалыҡ алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнеп, игенселекте күтәреп һәм сифатлы яҡшы сортлы орлоҡтарҙы сәсеп, һәйбәт уңыштарға өлгәшә, малсылыҡ тармағы ла үҫешә. Социаль өлкәлә лә байтаҡ эштәр башҡарыла. 1963 йылдан 1983 йылға тиклем 144 яңы фатир сафҡа инә. Колхозға белгестәр әҙерләү эше лә алып барыла.
Фәйзрәхмән Ғәни улының наградалары ла уның хеҙмәтенә юғары баһа булып тора. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет билдәһе» ордендарына, «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалына, «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хужалығы хеҙмәткәре», «БАССР-ҙың мәғариф отличнигы» исемдәренә лайыҡ була.

2008 йылдың 13 октябрендә оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була.

 

 Артабан мәртәбәле сара ауыл клубында дауам итте. Сәхнәгә сыҡҡан алып барыусылар  колхоздың тарихы һәм хужалыҡтың етәкселәре, белгестәр, орден-миҙалдар менән бүләкләнеүселәр, алдынғы механизаторҙар, комбайнсылар, һауынсылар, мал табиптары, зоотехниктар, малсылар, сиҙәмселәр, водителдәр, чабандар, сусҡа ҡараусылар, агрономдар һәм башҡа ауыл эшсәндәрен исемләп оло хөрмәт менән атап үттеләр. Шуларҙың ҡайһылары бөгөнгө байрамда Рәхмәт хаты менән тәбрикләнде һәм алҡыштарға күмелде. Бынан тыш, әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа, фермаларҙа көс түккән эшселәр, фермерҙар маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Уларҙы Федоровка ауыл Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Александр Буренин,  Фёдоровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Лебедева, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ҡотланы. Шулай уҡ 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгән ауылдың иң оло кешеләрең береһе – Анна Карповна Миляеваға бүләк тапшырылды. Федоровка ауыл биләмәһендә матур традиция дауам итә: был юлы махсус хәрби операция ветераны – Урыҫбай ауылы егетенә бүрек бүләк ителде. Ошо ваҡытта тамашасылар залына йыйылған бөтә ауылдаштар аяғүрә тороп, һалдатты алҡыштарға күмде.  

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас