Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. МХО башланғандан алып, райондан йыш ҡына төрлө аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, маскировкалау селтәрҙәре, техника, кәрәкле приборҙар һәм инструменттар тейәлгән гуманитар ылау оҙатыла. Был эштән бер кем дә ситтә ҡалмайҙыр. Бөтә район халҡы, шул иҫәптән предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, хәрбиҙәрҙең яҡындары һәм туғандары ихлас күңелдән был изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Бөгөн районыбыҙҙан сираттағы гуманитар конвой яҡташтарыбыҙға имен-аман махсус хәрби операцияһы зонаһына килтерелде. Йөк бөгөн тәғәйенләнгән урынға барып етте һәм хәйбуллаларҙың ҡайнар сәләмдәре менән бергә яугирҙарға тапшырылды.
Был юлы «Газель» һәм тәгәрмәсле мобиль мунса, район халҡынан, туғандары һәм яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, бензин бысҡылар, шәхси гигиена һәм көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек (ҡайнатмалар, тоҙламалар, картуф), яугирҙарға кәрәкле приборҙар һәм башҡалар ебәрелде. Шәхси эшҡыуар Рөстәм Усеинов «Риша» позывнойлы яугирға «Лада Приора» автомобилен оҙатты.
Гуманитар ярҙам яҡташтарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын. Яугирҙар тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!