ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2024, 06:55

Йәштәр бәхетле булһын!

Вәзәмдә ике йәш парҙар ғаилә ҡорҙо. Ике урамда никахлашыу байрамы гөрләп үтте.

Йәштәр бәхетле булһын!Йәштәр бәхетле булһын!
Йәштәр бәхетле булһын!

Бәрәкәтле, уңышлы үткән аҙнаның йома, ял көндәре Вәзәмдә.

- Бер түгел, ике йәш парҙар ғаилә ҡорҙо. Ике урамда никахлашыу байрамы гөрләп үтте. Ауылыбыҙ өсөн оло шатлыҡ ваҡиғаһы: ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, никахҡа барыу, кейәү, килен сәйе, бүләктәр, ҡыҙ йәшереү, һыу башлау, ҡыҙ оҙатыу... матур мәшәҡәттәр, матур парҙар, шат ата-әсәләр...барыһын да ҡыуандырҙы.
Вәзәмден һылыу, уңған, егәрле ҡыҙҙары менән ауылыбыҙҙың тырыш, батыр егеттәре яңы парлы тормош башлай. Гөлинә һәм Фидан Аралбаевтар, Сәлимә һәм Динис Кускилдиндарҙы ҡотлайбыҙ, бәхетле тормош юлы теләйбеҙ, мөхәббәтле, парлы тиң ғүмер, ғаилә ныҡлығы һеҙгә!

 

Сығанаҡ: Малоарслангуловский СК (Вәзәм ауыл клубы) ВӘЗӘМ)

Автор:
Читайте нас