Маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды алдарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙар өсөн мотлаҡ кәрәк, осрашҡан һайын улар бының тураһында белдерә. Хәйбуллалар был эш менән күптән шөғөлләнә. Битараф булмаған Өфө ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла бергәләшеп йәнәошо мөһим һәм изге эшкә ҡушылды. Ғөмүмән, ауыл халҡы һәр саҡ файҙалы эште бар күңелен биреп башҡара. Маскировкалау селтәрен үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ауылдаштар һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы.