Ошо әһәмиәтле проект сиктәрендә Федоровка ауылы янында урынлашҡан шишмә лә дөйөм тырышлыҡ менән төҙөкләндерелә. Был ҡоҙоҡҡа ауыл халҡы ғына түгел, күрше ауылдарҙан һәм хатта Ырымбур өлкәһенән дә һыу алырға киләләр икән.
Федоровка ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында йәшәгән Александр Игнатьев ҡоҙоҡто тергеҙеү башланғысы менән сығыш яһай һәм был тәҡдимде ауылдаштары ҡуш-ҡуллап хуплап сыға. Федоровка һәм Әбүбәкер ауылында йәшәүсе ир-уҙамандар өмәләр уҙғарып, шишмәне һәм уның тирәһе тәртипкә килтерә, 4,5 метрға тәрәнәйтә, бетон ҡулсалар һалына, уның тирәләй бина ҡорола, йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртыла, ә ҡоҙоҡ эргәһенә Леонид Лебедев ҡорған беседка һәм арт-объект – торна һыны ҡуйыла.
Проекттың инициаторы Александр Игнатьевтың бала сағы һәм йәшлеге Федоровкала үтә. 1998 йылдан ул Сорғот ҡалаһында йәшәй, әммә йыл һайын тыуған яҡтарына килә. Уның ошо ҡоҙоҡ менән иң яҡшы хәтирәләре бәйле.
—Иртә йәштән үк кешеләр һыу алырға килгән ошо йәшәү сығанағын – изге һыулы ҡоҙоҡто яҡшы хәтерләйем. Ҡоҙоҡ төҙөлөшөнөң тарихы 1905 йылға барып тоташа. Ошонда кешеләр килеп, ғибәҙәт ҡылып, ямғыр һораһалар, теләктәре тормошҡа ашҡандары хәтерҙә. Уның йылдан-йыл туҙыуын һәм емерелеүен күреү бик ҡыҙғаныс булды, һәм мин, кешеләр, элеккесә, уның саф һыуын эсә алһын өсөн, уны мотлаҡ тергеҙергә кәрәк, тип уйланым, — тине ҡоҙоҡто тергеҙеү инициаторы Александр Дмитриевич. — Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ул реставрациялана, әммә ваҡыт үтеү менән бура үҙе лә, уның өҫтөндәге япма ла яраҡһыҙ хәлгә килә, иҫкерә һәм Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева менән бергә беҙ быны төҙәтергә ҡарар иттек. Урындағы фермерҙарҙың, Федоровка халҡының ситтә ҡалмауы, килеүе, үҙ хеҙмәте, техникаһы менән ярҙам итеүе ҡыуандыра.
Ремонт һәм төҙөкләндереү эштәренән һуң ҡоҙоҡ тирәһе күпкә йәмлерәк булып ҡалды. Хәҙер ул урындағы иҫтәлекле урынға әйләнде. Унда кешеләр туҡтап, беседкала ял итеп, үҙҙәре менән таҙа һәм тәмле һыу алып ҡайталар.
Төҙөкләндерелмәгән шишмәләр һәр ауылда тиерлек бар. Урындағы халыҡтың тырышлығы менән уларҙың яңы һулыш алыуы – шатлыҡлы күренеш. «Атайсал — кесе Ватан» проектының маҡсаты бик изге – тыуған ауылдары тормошона битараф булмаған билдәле кешеләр тупланып, уларҙы төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.

Наталья Лебедева, Федоровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
—Оло йәштәгеләр һөйләүенсә, ҡоҙоҡ 1914 йылдан билдәле. Әткәндәй, был һыу сығанағы таҙалығы, сафлығы менән айырыла. Александр Игнатьевтың атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Дмитрий Наумович, шишмә янында йәшәгән һәм ҡоҙоҡто мөмкин тиклем төҙөк хәлдә тоторға тырыша. Ветерандың улына ҡоҙоҡ ҡәҙерле, ул уға атаһы, бала сағы тураһында хәтирәләргә сумырға булышлыҡ итә. Беҙ уға бағымсылыҡ ярҙамы өсөн бик рәхмәтлебеҙ һәм бындай кешеләрҙең барлығына шатбыҙ, һәм улар һәр ваҡыт буласаҡ. «Атайсал» проекты беҙҙе тыуған төйәк өсөн файҙалы эштәргә илһамландырҙы. Һәр кем шишмәне төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Хәҙер һәр кемдең ишек алдында тиерлек скважина булһа ла, шишмә – беҙҙең өсөн изге. Был урынды киләсәк быуындар өсөн дә матур итеп һаҡларбыҙ.
Һандар телендә:
2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған «Атайсал — кесе Ватан» проектында ҡатнашыусылар һаны 2023 йылда 3500 булһа, 2024 йылда 5600-гә етте.
Порталда 27541 проект теркәлгән, шуның 26857-һе тормошҡа ашырылған.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дөйөм сумма 1,4 миллиард һумдан ашты.
Ошо ваҡыт дауамында 470 һәйкәл һәм обелиск, 577 шишмә яны төҙөкләндерелгән, 461 мәсет, 80 ҡорам һәм сиркәү төҙөлгән, 1008 зыярат кәртәләнгән, 312 юл ремонтланған.