ЙӘМҒИӘТ
29 Июль 2024, 15:14

Яугир әсәһенә - миҙал!

Рәмзилә Юлдашбаева районда беренсе булып ошо иҫтәлекле наградаға лайыҡ булды

Яугир әсәһенә - миҙал!Яугир әсәһенә - миҙал!
Яугир әсәһенә - миҙал!

Ғәскәри часть командиры бойороғона ярашлы,  Рәмзилә Ғариф ҡыҙы Юлдашбаева  «МХО-ла ҡатнашыусының әсәһе» иҫтәлекле миҙалына лайыҡ булды. Был награда Донецк, Луганск халыҡ республикалары һәм Украина территорияһында махсус хәрби операция барышында уның улының бурыстарын батырлыҡ менән үтәгәне өсөн тапшырылды. Миҙал -  ҡатмарлы ваҡытта Ватанға хеҙмәт итеүҙә күрһәткән тоғролоғон, сыҙамлығын һәм ҡаһарманлығын таныу билдәһе.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Рәмзилә Ғариф ҡыҙы районда был наградаға лайыҡ булған беренсе кеше була, шуның менән уның ил һәм армия алдындағы ҙур ҡаҙаныштарын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Беҙ был маҡтаулы награда алыуы менән Рәмзилә Юлдашбаеваны ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныслыҡ теләйбеҙ!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас