Рәүеф Тәлғәт улы һәм Әлфиә Миңлеғәле ҡыҙы Суриндар ғаиләһе Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан. Татыу ғаилә йәмғиәттең лайыҡлы ағзалары итеп ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләгән. Эшһөйәр Суриндар шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнә, унда барыһы ла хужаларҙың алтын ҡулдары менән төҙөлгән. Ғаилә лайыҡлы хөрмәт менән файҙалана.
Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн улар төрлө Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Сығанаҡ: район хакимиәте