Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль , 14:56

Геройҙар беҙҙең арала

Хәйбулла районында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында «Геройҙар беҙҙең арала» проекты тормошҡа ашырыла.

Геройҙар беҙҙең арала
Геройҙар беҙҙең арала

Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары фонды төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты - инновацион һәм хәйриә проекттарына финанс ярҙамы аша йәмғиәт үҫешен дәртләндереү.2020-2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәрә, 3 692 ғаризанан 745 социаль әһәмиәтле проектты хуплай. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллионы республика бюджетынан һәм 364,86 миллионы Президент гранттары фондын берлектә финанслау иҫәбенә.

Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте менән Аҡъяр телевидениеһының «Геройҙар беҙҙең арала» телевизион проектын ғәмәлгә ашыра. Проект Украиналағы махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Хәйбулла районы геройҙары иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә һәләк булған хәрбиҙәр тураһында 20 тапшырыуҙы монтажлау һәм телевидениела эфирға сығарыу, «Сәләм» республика каналында, уның рәсми сайтында, социаль селтәрҙәрҙәге һәм Rutube каналында тапшырыуҙар алып барыусы Аҡъяр телевидениеһы эфирында күрһәтелә. Телетапшырыуҙар студияһы  Хәйбулла районында ғаилә хеҙмәте ирекмәндәре менән берлектә райондың ауыл биләмәләре буйлап сыға һәм төшөрә, шунан һуң монтажланған тапшырыуҙар «Геройҙар беҙҙең арала» телетапшырыуҙар циклы сиктәрендә эфирға сыға. Беренсе телетапшырыу һәләк булған герой - өлкән прапорщик Ғабдрахманов Рөстәм Мөнәүир улына, ә икенсе тапшырыу гвардия кесе сержанты Роберт Вадимович Закировҡа арналған.

Геройҙар беҙҙең арала
 Маргарита Тихомирова, Аҡъяр телетапшырыуҙар студияһы мөдире: –Аҡъяр телевидениеһы барлыҡҡа килеүенә быйыл 17 йыл тулды. Беҙҙең эфирҙа «Ветеран ихатаһы», «Ауылым ынйылары», «Һуғыш балалары», «Иман нуры», «Милли ризыҡ» тапшырыуҙары, «Рух яҙыуы» брендлы әҙәби-телевизион проекты сығарылыштары һәм башҡалар сыға. 2024 йылда беҙҙә яңы «Шәп егет»телевизион проекты сыҡты. Аҡъяр телевидениеһы райондың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары менән берлектә бер нисә тапҡыр Президент гранттары конкурсында еңеүсе була. Мәҫәлән, “Ветеран ихатаһына – хәстәрлек һәм иғтибар”, “Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы”, “Инвалидтар өсөн спорт тормош һәм һаулыҡ нигеҙе”, “Изге йөрәктәр донъяһы”, “Сикләнгән мөмкинлектәрҙән сикһеҙ һәләттәргә”, “Пенсионерҙар өсөн компьютер әлифбаһы” һәм башҡа проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙыҡ. Быйыл да конкурста өс проектта, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында «Геройҙар беҙҙең арала» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашабыҙ.  Йәмәғәтселектең иғтибарын махсус хәрби операция яугирҙарының ҡаһарманлығына йүнәлтеү, улар хаҡында ни тиклем күберәк кешеләр белеүе, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә рухи ярҙам күрһәтеү – проекттың төп маҡсаттарының береһе. Проект үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүгә, граждандарҙа патриотизмды формалаштырыуға, уларҙа юғары социаль әүҙемлекте, гражданлыҡ яуаплылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән бурыстарҙы хәл итә.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: