Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль , 23:05

“Ул мине ныҡ ғәжәпләндерҙе”,--тип яҙа район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов

Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

“Ул мине ныҡ ғәжәпләндерҙе”,--тип яҙа район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов
“Ул мине ныҡ ғәжәпләндерҙе”,--тип яҙа район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов

Тағы бер Хәйбулла яугиры менән осрашыуы тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә яҙҙы.

“Ул мине ныҡ ғәжәпләндерҙе. Юлға сығыр алдынан күрешеп сыҡты.Уны  йәше етеү сәбәпле, махсус хәрби операция зонаһынан демобилизовать иткәндәр. Әммә ул  өс йылға яңы контракт төҙөгән. Йөрәк ҡушыуы буйынса  СВО зонаһына юллана. “Унда, Донбаста, балаларҙың күҙҙәре моңһоу, хәсрәт тулы. Улай булырға тейеш түгел. Минең хәрби дуҫтарым махсус хәрби операцияла ҡатнаша һәм мин дә шунда булырға тейешмен”,--тине яугир.

Июль айында ғына бына икенсе ошондай осраҡ. Оло йәштә булыу сәбәпле, был яугирҙарҙы хеҙмәттән азат иткәндәр. Әммә улар Ватаныбыҙ мәнфәғәте өсөн көрәшергә һәм бөтә хәүефкә әҙерҙәр.  Хәрби рух һәм хәрби иптәштәре менән теләктәшлек, илһөйәрлек улар өсөн оло әһәмиәткә эйә.  Егеттәрҙең барыһы менән дә ғорурланам! Уларға ышанам һәм  өйҙәренә имен-һау Еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәм!”,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: