Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль , 20:48

“Тренер” СВО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты

Ул оҙаҡ йылдар Аҡъяр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә  йәш быуынды тәрбиәләй

“Тренер”  СВО-нан  ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты
“Тренер” СВО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йәнә бер яугир менән осрашты.

“Тренер” позывнойлы Хәйбулла уҙаманы  балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләп, йәш быуынды тәрбиәләй. Әле ул  махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Ватан именлеге һағында тора. Рөстәм Динислам улы менән әңгәмә барышында “Тренер” үҙ ҡарарының дөрөҫ булыуында икеләнмәүен,  махсус хәрби операцияның беҙҙең еңеү менән тамамланыуына ныҡлы ышанысын белдерҙе.

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: